Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы16.12.2015
Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы Әсәй, ғәзиз әсәй... Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң яғымлы һәм наҙлы һүҙ ул. Донъяла унан да яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Һинең өсөн ҡайғырыусы, “балам” тип өҙөлөп тороусы, йыуатыусы һәм иркәләүсе булыуы — ниндәй ҙур бәхет.

Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ — беренсе сиратта, әсә, донъя тотҡаһы. Шундай күркәм шәхестәрҙең береһе – мәғариф ветераны Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы Насибуллина. Ул уҡытыусы эшмәкәрлегенең тәүге яртыһын мәктәптә балалар тәрбиәләүгә арнаһа, икенсе яртыһында “уҡы­тыу­сыларҙың уҡытыусыһы” була: ҡала хакимиәтенең мәғариф бү­легендә туған телдәр буйынса методист эшен башҡара. Баш­ҡортос­тан һәм Рәсәй кимәлен­дәге маҡтау грамоталарына лайыҡ хеҙмәт оҫтаһы, һоҡланғыс һәм күптәргә өлгө булырлыҡ әсә лә ул.
Тәбиғәттең үтә лә матур ерендә урынлашҡан Асҡын районының Иҫке Ҡара ауылында күп балалы ғаиләлә үҫә Рәдифә апай.
– Атайым менән әсәйемә бик рәхмәтлемен, ете балаға өлгөлө тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Ололарҙы – ололарға, кеселәрҙе – кесе итә белергә, насарлыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап бирергә өйрәттеләр, – ти ул. – Балаларымдан “Һин — донъялағы иң яҡшы әсәй” тигән һүҙҙәрҙе бик йыш ишетәм, шөкөр. Мин күркәм си­фат­тарҙы үҙ әсәйемдән алған­мын. Ул беҙҙе ниндәй генә осраҡта ла ҡа­тын-ҡыҙ булып ҡала белергә өйрәтте. Атайым менән әсәйем иңгә-иң терәшеп бергә 62 йыл ғүмер итте. Бөтә кешегә лә теймәй бит бындай бәхет. Үкенескә ҡаршы, ике йыл элек атайым донъя ҡуйҙы, бынан һуң әсәйем янына тағы ла йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ. Ҡайһы ваҡыт балаларым: “Әсәй, был аҙнала ҡайтабыҙ”, – тип шылтырата. Уларға: “Һеҙ ҡайтығыҙ, ә мин әсәйем янына йыйынам”, – тип әйткән саҡтарым бар. Быға балаларым үпкәләмәй, сөнки улар яҡшы аңлай: беҙҙең улар менән киләсәктә бергәләп үткәрәһе көндәребеҙ, Алла бирһә, бихисап, ә әсәйем инде оло йәштә... Бала — ата менән әсә­нең күсермәһе, тиҙәр. Эйе, ысынлап та, “Балаларыңдан хөрмәт күргең килһә, ата-әсәңде ҡәҙерлә” тигән мәҡәл бар халыҡта.
Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы ире Малик ағай менән өс баланы тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарған. Улары иһә үҙҙәре лә һүҙ тейҙерә торған­дарҙан түгел. Өлкән ҡыҙҙары Лиана ғаиләһе менән Өфө ҡалаһын­да йәшәй, Башҡорт дәүләт универ­ситетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Үҙ эшен асып, хеҙмәтенән һәм тормошонан йәм табып донъя көтә. Улдары Радмир, Ҡазан дәүләт энергетика университетын бөтөрөп, “Белкамнефть” компанияһында уңышлы эшләп йөрөй, һөйгәне менән ҡыҙ үҫтерәләр. Төпсөктәре Эльвина Өфө дәүләт авиация техник университетынан һуң икенсе юғары белем ала — оҙаҡламай Баш­ҡортостан Башлығы ҡарамағын­дағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаясаҡ. Тырыш ҡыҙ — “Аҡ барс” банкы хеҙмәткәре, ғаиләһе менән Ҡазанда көн күрә.
“Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйен­ләнеше нимәлә?” тигән һорауға Рәдифә апай күп уйланманы.
— Беҙҙең иң мөһим һәм маҡ­тау­лы бурыс – әсә булыу, — тип яуапланы ла уйсан ғына өҫтәп ҡуйҙы. — Ҡатынды яҡшы күрһәткән – алдындағы балаһы, һыйырҙы яҡшы күрһәткән – артындағы тана­һы, тиҙәр халыҡта. Әсә, иң берен­се сиратта, үҙенең йөрәк йы­лыһын, һөйөүен балаларына, иренә бирә белергә тейеш. Өйөн таҙа, яҡ­ты итеп тотоп, тәмле-тәмле ри­зыҡтар бешереп, ғаиләһен бер табынға йыя белһә, был — ҙур бәхет.
Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы менән һәр һөйләшеүҙән үҙеңә фәһем алаһың: ауырлыҡтарға бирешмәйенсә һәр ваҡыт яҡшы күңелле булып ҡалырға, таш менән атҡанға аш менән атырға, күркәм сифаттарҙы бер ваҡытта ла юғалтмаҫҡа – былар бөтәһе лә бәхетле әсәнең тормош принциптары. Уның иренән дә, балаларынан да уңыуы көләс йөҙөндә, кеше менән ихлас аралашыуында сағыла. Йорт хужаһының тырыш­лығы, хужабикәнең уңған­лығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана — һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек, бар нәмә үҙ урынында.
– Уҡытыусының бер ҡасан да буш ваҡыты булмай инде: дәрестәрҙән тыш кластан тыш саралар үткәреү, документтар тултырыу, өйөңә ҡайтҡас план төҙөү... Шулай булһа ла, мин ғаиләмә, яратҡан шөғөлдәремә ваҡыт табырға тырыштым. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында онотолоп барған бәйләм бәйләү, сигеү кеүек һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирәм, Ҡол-Шәриф мәсетен сигеп, балаларыма бүләк иттем, – ти Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы, ҡәнәғәт йылмайып.
Ире Малик Миңнулла улының әсәһе 88 йәшлек Рәсимә инәй бөгөн уларҙың тәрбиәһендә йәшәй. Ә инде иренең ауырыу һеңлеһенә лә йорттарында урын табылыуы оло ихтирамға лайыҡ.
– Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бөтә­һенә лә бәхет, һаулыҡ, күңел тыныслығы, рухи ныҡлыҡ теләйем. Яратып һәм яратылып йәшәһендәр, кеше ғүмере – бер күҙ асып йомған ара ғына, шуға ла яҡындарына, туғандарына йылы һүҙ йәл­ләмәһендәр, – ти бәхетле әсә, һөйөклө ҡатын һәм өләсәй Рәдифә Насибуллина.
Бына шундай ул күңеле ябай, ә эше, булмышы бөйөк Рәдифә Ҡәҙим ҡыҙы. 35 йыл бергә ғүмер иткән һөйөклө ире менән именлектә артабан да ҡыуанып, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына шатланып йәшәүен теләйһе генә ҡала уға.

Гөлфирә БАЙБУЛАТОВА,
филология фәндәре кандидаты.





Вернуться назад