Раевка ҡасабаһында заманса стадион төҙөлдө. Спорт майҙансығын асыу тантанаһына кесенән алып олоһона тиклем йыйылды. Халыҡты республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре Әхәт Бакиров менән Фиял Байтирәков тәбрикләне. Әйткәндәй, мини-футбол өсөн төҙөлгән был стадион – “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе башҡарған эш.Үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин майҙансыҡтың гөрләп тороуын, еңеүҙәргә дәртләндереүен теләне. Хәҙер күпләп ҡунаҡ саҡырып, төрлө кимәлдәге ярыштар уҙғарырға мөмкин, тине тренерҙар.
Шафран ауылының йәш футболсылары менән район үҙәгенең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнеүселәргә был стадионда тәүгеләрҙән булып уйнау бәхете тейҙе. Йәш спортсылар: “Хәҙер инде чемпион буласаҡбыҙ”, – тип вәғәҙә бирҙе.