Ауырғазы “самурайҙары”16.12.2015
Районда балалар һәм үҫмерҙәр спорт менән шөғөлләнһен өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Шуға һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандыра.

Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһында үткән ярышта Ауырғазы командаһы һигеҙ миҙал отҡан. “Самурай” клубында шөғөлләнеүселәр һынатмаған. Алтын миҙалға Юрий Гаврилов, Тимур Дилмөхәмәтов, Арыҫлан Һатлыҡов лайыҡ булған.
Ә Иглин районына уҡыусыларҙың баскетбол буйынса йыйылма командаһы юлланған. Төбәк-ара этапта еңеү яулаған спортсылар ғинуарҙа Шишмәгә республика чемпионатына барасаҡ.




Вернуться назад