“Шүлгәнташ”ты яңыртыу көтә16.12.2015
Республикала “Шүлгәнташ” музей комплексының архитектур концепцияһын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Проектта музейҙың төп бинаһы, биләмәне төҙөкләндереү, автомобиль (автобус) туҡталҡаһы, йәйәүлеләр өсөн юлдар күҙ уңында тотолорға тейеш.
Конкурста проект ойошмалары, архитектур оҫтаханалар, шулай уҡ айырым архитекторҙар, инженерҙар, конструкторҙар, студенттар ҡатнаша ала. Ғаризалар киләһе йылдың 29 ғинуарына тиклем ҡабул ителә.
Сараны Мәҙәниәт министрлығы, Фәндәр академияһы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамында Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге ойоштора.