Мәшһүр йырсыны иҫкә алып16.12.2015
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваға таҡтаташ асылды. Йырсы оҙаҡ йылдар йәшәгән Октябрь Революцияһы урамының 9-cы йортона ҡуйылды ул.
Тантаналы сарала мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Фәриҙә Ҡудашеваның ейәнсәре Славяна Вәхитова, ижадын һөйөүселәр, коллегалары һәм дуҫтары ҡатнашты. Әминә Шафиҡова:
– Бөгөн – тарихи ваҡиға. Һәм шуныһы менән ҡыуаныслы: ул Фәриҙә Ҡудашеваның 95 йыллыҡ юбилейына тап килә. Йырсының талантына, моңло тауышына меңәрләгән тамашасы һоҡланған. Уның исеме Мәскәү, Ленинград, Себер, Урта Азия ҡалаларында, Кавказда һәм башҡа яҡтарҙа киң танылыу алған, – тине.