Түләмәһәң, йәйәү йөрөйһөң16.12.2015
Киләһе йыл 15 ғинуарҙан суд приставтары 10 мең һумдан ашыу бурысы булған кешеләргә водитель таныҡлығын файҙаланыуҙы ваҡытлыса сикләү хаҡында ҡарар сығарырға хоҡуҡлы. Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел генә ошондай законға ҡул ҡуйҙы.
Тәү сиратта был сара бурыстарҙы ирекле түләүҙе дәртләндереүгә йүнәлтелә. Алимент, ЮХХДИ штрафтарын, суд ҡарары буйынса түләүҙәрҙе Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы сайтындағы мәғлүмәттәр банкынан асыҡларға мөмкин.
15 ғинуарҙан иһә тәртип һаҡсылары алиментҡа, сәләмәтлеккә, енәйәт ҡылыу һөҙөмтәһендә мөлкәткә килтерелгән зыянды ҡаплауға, ҡараусыны юғалтыуға бәйле, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һалынған штраф буйынса махсус хоҡуҡтарҙы сикләй ала. Кеше бурысын түләгән осраҡта, был сикләү иртәгәһенә үк ғәмәлдән сығарыла. Таныҡлыҡты файҙаланыу сикләнеп тә рулгә ултырған кеше тотолһа, уны 50 сәғәткә мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре йәки бер йылға ысынлап водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре ихтимал.