Әҙерлек башланды16.12.2015
Башҡортостанда 64 территориаль һайлау комиссияһы ойошторолоп, уларҙың рәйестәре тәғәйенләнде.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Төбәктә йәмғеһе 69 территориаль һайлау комиссияһы эшләй. Әле 64-енең составы яңыртылды. Уларҙың вәкәләттәре быйыл декабрҙә тамамлана ине. Өфөнөң Калинин районы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Иглин, Кушнаренко, Нуриман райондарындағы территориаль һайлау комиссияларының вәкәләте иһә 2016 йылдың апрелендә туҡтай.
Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, быйыл 19 октябрҙән 17 ноябргә тиклем 612 урынға 670 тәҡдим булған. Бөтә кандидатуралар Эске эштәр министрлығының Мәғлүмәт үҙәге аша тикшерелгән.
Комиссияларҙы ойоштороуҙа 12 сәйәси партия әүҙемлек күрһәткән. Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары ла, әүәлге составтағы комиссиялар, һайлаусыларҙың йыйылыштары ла эштән ситтә ҡалмаған. Үҙәк һайлау комиссияһының эш төркөмө, ҡала округтарында һәм муниципаль райондарҙа 64 территориаль һайлау комиссияһы составын раҫлап, рәйестәрҙе тәғәйенләгән.
Территориаль һайлау комиссияларының тәүге ойоштороу ултырыштары 21 – 26 декабрҙә уҙғарыла. Уларҙа йәшерен тауыш биреү юлы менән рәйес урынбаҫарҙары һәм комиссия секретарҙары һайланасаҡ.