Ҡомдан тыуған моң16.12.2015
Ҡомдан тыуған моң Бүлмәгә ингәс тә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ сихри көс солғап ала: стеналағы һүрәттәр тылсым донъяһының ишектәрен аса, уларҙан балаларға ғына хас ихласлыҡ, аҡлыҡ, паклыҡ бөркөлә. Еңелсә ҡағыҙ ҡыштырлауы. Буяу еҫе. Ижад диңгеҙенә елкән киргән уҡыусыларҙың үҙ-ара шыбырлашып, бер-береһе менән уй-хистәрен уртаҡлашыуы, мөлдөрәмә тулы күңелдәрен бушатыуы...

Ана, түр яҡта икәү һүрәттәр донъяһына сумған. Сабыйын яңылышлыҡтан ҡурсалаған әсәләй, эргәләрендә оҫталығын өләшкән мөғәллимә баҫҡан. Үҙенсәлекле өҫтәлдәрҙе аҫтан электр лампаһы яҡтырта, быяла өҫтөндә кескәй ҡулдарҙан аҡҡоштар тама, һылыу ҡыҙ пәйҙә була бара. Эйе, тама, сөнки һүрәттәр ҡом менән төшөрөлә.
— Һыуға яҙып булмай тигәнде ишеткән бар, ә быялаға төшөрөргә мөмкин икән, — тим, шаяртып.
— О-о, ағай, быяла һыу һымаҡ, үтә күренмәле булһа ла, бик яҡшы материал ул, — ти Айгиз Ибәтуллин, эшенән айырылмайынса ғына.
— Һүрәтегеҙҙе нисек һаҡлайһығыҙ һуң?
— Фотоға төшөрөп, компьютерға һалабыҙ. — Түңәрәктә ихлас шөғөл­ләнгән Гөлзифа Мәүлитова һүҙгә ҡушыла. — Беҙ акварель, майлы буяу менән дә, графика алымы буйынса ла төшөрәбеҙ. Шулай ҙа ҡом нығыраҡ оҡшай...
Һынлы сәнғәттең үҙенсәлекле төрөн уҡыусыларға Гөлсәсәк Сәфәрғолова өйрәтә. Ғөмүмән, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге баш­ҡорт гимназияһында был йәһәттән бик күп эштәр башҡарыла, төрлө түңәрәктәр, спорт секциялары эшләй. Әлегеһен башлап ебәреү, балаларҙы ылыҡтырыу өсөн дә байтаҡ көс һалғандар: тәүҙә өҫтәлдәрҙе үҙҙәрен­дә эшләгәндәр, һуңынан инде махсус заказ буйынса ҡайтарғандар.
Гөлсәсәк Марсель ҡыҙы Златоуст педагогия колледжының художество-графика бүлеген тамамлаған. Кейәүгә сыҡҡас, яҙмыш йәштәрҙе Ишем­бай тарафтарында нигеҙ ҡор­ҙора. Гимназияла эшләүенә лә 15 йыл ваҡыт үтеп киткән. Тәүҙә тәрбиәсе була, һуңынан һыҙма дәресен алып бара, уҡыусыларға һүрәт серҙәрен өйрәтә.
Әйткәндәй, был йәһәттән түңәрәк­тә шөғөлләнеүселәрҙең уңыштары ла етерлек. Ә иң ҙур уңыш — бала күңелендә матурлыҡҡа ынтылыш уятыу, зауығына, һәләтенә йүнәлеш биреү.





Вернуться назад