Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле сәсәниә, Сибай ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро”, БДУ-ның Сибай институтындағы “Арҡайым” этно-рок ансамбле, “Ете ҡыҙ” этнографик, һынлы сәнғәт һәм матурлыҡ студияһы, республиканың Сәсәндәр мәктәбе нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Урал батыр” эпосы үҙәге етәксеһе Асия Ғәйнуллинаны хатта сит илдәрҙә лә беләләр. Уның тырышлығына һәм дәртлелегенә һоҡланмау мөмкин түгел: ҡайҙалыр үткән сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашһынмы йәки үҙенең милли кейем элементтарынан торған шәхси күргәҙмәһе менән төрлө илдәрҙә сығыш яһаһынмы, йә булмаһа һылыуҡайҙарын матурлыҡ конкурсына алып барһынмы... Һәммәһенә өлгөрә, еңеү яулай, ҡала данын күтәрә, халҡы абруйын арттыра. Ҡаршылыҡтарға ла осрап ҡуя, ләкин һәр эште үҙ көсө, тырышлығы менән атҡарырға күнеккән Асия Солтан ҡыҙын, киреһенсә, тормош кәртәләре сыныҡтыра, уға сәм һәм дәрт өҫтәй. – Асия Солтан ҡыҙы, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ, һүҙебеҙҙе әҫәрҙе уҡыусыларға өйрәтеүҙән башлайыҡ әле.
– Элек-электән һәр милләттең халыҡ күңелен, уның уй-зарын, хәҡиҡәтен, йәшәү асылын көйләп, һөйләп биреүселәр булған. Яҡуттар уларҙы – олонхо, ҡаҙаҡтар – аҡын, төркмәндәр – баҡшы, славяндар – боян, үзбәктәр – дастансы, беҙҙә иһә сәсән тип атағандар. Халыҡ сәсән һүҙенә, уның аҡылына һәр саҡ ҡолаҡ һалған. Илгә ниндәй генә хакимдар етәкселек итһә лә, сәсән кәңәше һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булған. Бала саҡтан мин үҙем дә өләсәйемдән, әсәйемдән, инәйҙәремдән төрлө эпостарҙы, ҡобайырҙарҙы ишетеп үҫтем, уларҙы өйрәндем. Республика буйынса үткән сәсәндәр ярышында ҡатнаштым, призлы урындар ҙа яуланым. Әммә, үҙем сит телдәр уҡытыусыһы булараҡ, нисектер уларҙы балаларға өйрәтеү мөмкинлеге булманы.
Хәтеремдә, 1994 йылда Сибайҙың 13-сө мәктәбендә (әле ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы) яҙыусылар менән осрашыу үтте. Төрлө эпостарҙан өҙөктәр һөйләп ишеттерҙем. Шул саҡ Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Аҫылғужа Баһуманов: “Үҙең һөйләп кенә маҡтанып йөрөйһөң, “Урал батыр” эпосын уҡыусыларға ла өйрәт”, – тине. Яҙыусының был һүҙҙәре мине берсә сәмләндерһә, икенсенән, дәрт өҫтәне. Тап уның фатихаһы һәм шул саҡтағы мәктәп директоры Миҙхәт Рәжәпов, уҡытыусы Зөлхизә Талипованың ярҙамы менән балаларға мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙы өйрәтә башланым. 1995 йылда мәктәптә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын ойошторҙом, уның тәүге еңеүсеһе – Гөлназ Ураҙбахтина. Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ололар араһында сәсәндәр бәйгеһе үткәрҙем. Уны әҙерләүҙә Аҫылғужа Баһуманов ҙур тырышлыҡ күрһәтте, шулай уҡ Клара Йәғәфәрова, Нәфисә Тулыбаева, Гөлназ Аҡназарова ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ярышта оҫта думбырасы һәм сәсән Абрар Арғынбаев, сәсән-шағир Ҡадир Әлибаев, яҙыусы Аҫылғужа Баһуманов, Зөһрә Фәйзуллина һәм башҡалар ҡатнашты. Эшебеҙ аҡрынлап Өфө тарафтарына ла барып ишетелде, ул ваҡыттағы мәғариф министры Фирҙәүес Хисамитдинованың ҡыйыу аҙымы менән республикала тәүге тапҡыр уҡыусылар араһында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы үтте.
Сараның башынан алып аҙағына тиклем ойоштороу эштәрен алып барған Рәфҡәт Фәтхулла улы Абдуллинға ҙур рәхмәт белдергем килә. Мин Сибайҙан үҙемдең уҡыусым Гөлназ Ураҙбахтинаны әҙерләнем. Ул ваҡытта бер ниндәй ҙә костюм юҡ ине. Гөлназ Һомай ҡош образында сығыш яһарға тейеш булғас, филармониянан “Сыңрау торна” бейеүенең костюмын алып, уны үҙебеҙсә рәтләп, бәйгегә сыҡтыҡ һәм призлы урын яуланыҡ. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, конкурс бик юғары кимәлдә үтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул артабан дауам итеп китә алманы, бер нисә йылға һүнде. Әммә беҙ ҡалала матур башланғысты туҡтатманыҡ, матур йолаға әйләнеп, йәшәүен дауам итте ул. Һәм, ниһайәт, республика кимәлендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе тергеҙелде. Сара Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле янында ойошторолдо һәм бөгөнгә тиклем йыл һайын үткәрелеп тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: минең әҙерләгән уҡыусыларым һәр саҡ призлы урын яулай, үҙемде лә баһалаусы булараҡ саҡыралар.
– Һеҙҙе шулай уҡ Миәкә районында ойошторолған “Аҡмулла нәсихәттәре”, “Салауат йыйыны”ндағы сәсәндәр конкурсына уҡыусыларҙы даими әҙерләгән етәксе тип беләбеҙ. Асия Солтан ҡыҙы, һеҙҙе ниндәйҙер кимәлдә йәш быуын араһында сәсәндәр мәктәбе булдырыуға үҙ өлөшөн индергән, уларҙы үҫтереүгә булышлыҡ иткән остаз тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Уҡыусыларығыҙ араһында кемдәрҙе йәш сәсән булараҡ билдәләр инегеҙ? Ҡасандыр мәктәп йылдарында “Урал батыр”ҙы һөйләп, еңеү яулаған ҡыҙ һәм егеттәр артабан эпосты өйрәнеүен дауам итәме икән?
– Әлбиттә! Бөгөн беҙ эпосты өйрәтеүҙе мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларынан уҡ башланыҡ. Бала саҡтан улар әҫәрҙең йөкмәткеһе менән генә танышып ҡалмай, халыҡ ижадына ҡарата һөйөү рухында тәрбиәләнә. Йыл һайын юғары уҡыу йортонда ла, балалар баҡсаһында ла “Урал батыр” эпосы аҙналығы үтә. Сарала төрлө милләт уҡыусылары әүҙем ҡатнаша, әҫәр төрлө телдә яңғырай. Башҡорт, урыҫ, инглиз, төрөк, ҡаҙаҡ, үзбәк, француз телдәрендә яңғыратыусылар йылдан-йыл арта. Ҡасандыр мәктәптә башлаған бала артабан үҙе белем алған уҡыу йорто исеменән сығыш яһай. Мәҫәлән, Өфөлә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсында һәр саҡ үҙемдең уҡыусыларым менән осрашам. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: улар унда башҡорт телендә генә сығыш яһап ҡалмай, урыҫ һәм инглизсә лә шартлатып һөйләй, призлы урын ала. Араларында йәш быуынды өйрәтеүҙә ярҙам итеүселәр ҙә байтаҡ. Тимәк, эшем лайыҡлы дауам итә, быға бик шатмын. Йәш сәсәндәремә килгәндә, мин бигерәк тә Әлиә Әминева, Әлиә Ибраһимова, Илүзә Иҙрисова, Рөстәм Садиҡов, Зөбәржәт Әминева, Гөлдәр Моратова, Азамат Үтәшев, Евгения Ғарипова, Баязит Ғәйнуллин, Илнур Балхиндарҙы билдәләр инем. Әйткәндәй, был исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин, сөнки һәр береһе иғтибарға лайыҡ.
– Республикала сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй, халҡыбыҙҙың ынйылары булыр ауыҙ-тел өлгөләре, эпос, ҡобайырҙар өйрәнелә, тик ни өсөндөр башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә донъя мәҙәниәтенең аҫыл ҡомартҡыларының береһе “Урал батыр” әлегәсә ЮНЕСКО-ның Кешелектең матди булмаған рухи ҡаҙаныштары исемлегенә инмәгән...
– Был йәһәттән эштәр башҡарыла, әммә ЮНЕСКО-ның милли ҡомартҡылар теҙмәһенә инеү өсөн махсус ҡарарҙар бар. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе — эпик әҫәрҙе хәтерҙән һөйләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн эпосты бар тулылығында һәм төп вариантында башҡарыусылар бик һирәк.
– Төп варианты тигәндән, уны бынан 100 йылдан ашыу ваҡыт элек мәшһүр сәсән, ул саҡта Ырымбур мәҙрәсәһендә белем алған 22 йәшлек Мөхәмәтша Буранғолов Баймаҡ районында йәшәгән Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алған, тибеҙ. Һуңғы йылдарҙа “Урал батыр”ҙың башҡа варианттарының булыуы хаҡында сығыштарҙы матбуғатта күрергә тура килә. Был хаҡта һеҙҙең фекерегеҙ?
– Ысынлап та, төрлө төбәктә эпосты төрлө вариантта, хатта төрлө диалектта һөйләүселәр осрай, әммә уның төп нөсхәһе тип Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алғаны һанала. Кем тарафынан, ҡайҙан яҙып алынғанына ҡарап, уны төрлөсә башҡарыусылар булыуы мөмкин, әммә йылдар дауамында халҡыбыҙҙың сәсәндәре тарафынан телдән-телгә күсеп килгән эпостарыбыҙ бөгөнгә тиклем төп нөсхәһендә һаҡланған икән, ниңә уны “кемдәндер күсереп алдым, шул һөйләне, тегенән ишеттем” тип халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәрҙәрен болғарға?!
– Асия Солтан ҡыҙы, башҡорт эпостарын ғына түгел, хатта боронғо йырҙарыбыҙҙы ла башҡа ҡәрҙәш халыҡтарыбыҙҙың үҙҙәренеке итеп һанауы йышая башланы түгелме һуң?
– Үҙ эпостарыбыҙға һәм йырҙарыбыҙға патент алмау сәбәпле, бүтән милләт вәкилдәренең “ҡул һона” башлауы һиҙелә. Миңә сит тарафтарҙа йырыбыҙҙы үҙҙәренең халыҡ ижады өлгөһө тип башҡарған ансамблде күрергә тура килде. Улар сығыш яһағандан һуң, түҙмәй, сәхнәгә сығып, йырҙың башҡорт халҡыныҡы икәнлеген аңлаттым, ярай шунда үҙем ҡатнашҡанмын, тип ҡыуандым.
– Ни өсөн сәсәндәр үҙәге итеп тап Сибай ҡалаһы һайланды?
– Сөнки был төбәк – ысын мәғәнәһендә сәсәндәр төбәге. Ошонда халҡыбыҙҙың иң аҫыл ҡомартҡыһы “Урал батыр” яҙып алынған, башҡа эпостар, ҡобайырҙар барлыҡҡа килгән. 2012 йылда республика Башлығына Сәсәндәр мәктәбенә дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеү тәҡдиме менән сыҡтым, 2014 йылда мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу барышында был идеяны Рөстәм Хәмитов хупланы һәм эш йәнләнде. Сибай сәнғәт колледжында киләһе уҡыу йылынан бюджет нигеҙендә “Халыҡ художество ижады” йүнәлеше буйынса уҡырға ҡабул итеү ойошторола. Һәләтле балалар ҡабул ителер, улар киләсәктә сәсәндәр мәктәбен лайыҡлы дауам итеүселәр булыр тигән ышаныс бар. Бөгөн театр, вокал бүлектәрендә белем алыусы студенттар ҙа “эпосты өйрәнеү” программаларын үтә, уларға диплом менән бер рәттән сертификат биреү ҡаралған. Тимәк, киләсәктә был ҡыҙ һәм егеттәр — мәктәптә булһынмы, балалар баҡсаһындамы, урта йәки юғары уҡыу йорттарындамы, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә — “эпос һөйләү” буйынса дәрестәр алып бара аласаҡ тигән һүҙ. Төрлө йүнәлештә белем биреү программалары әҙерләнә, лицензиялар алына. Әйткәндәй, халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһенә әҙерлек эше әле лә дауам итә.
– Ысынлап та, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү буйынса төрлө эш башҡарыла. Хөкүмәт тә ошо йүнәлештәге тәрбиәүи сараларҙы хуплайҙыр, моғайын?
– Иң мөһиме – боҙ урынынан ҡуҙғалды, етәкселәр халҡыбыҙҙың сәсәнлек йолаларына ҙур иғтибар бирә. Ҡалғаны үҙебеҙҙән тора. Глобалләшеү шарттарында мәҙәниәтебеҙҙең күп кенә үҙенсәлектәренә юғалыу хәүефе янай. Эпостарҙы белгән кешеләр әлегә бар, заманса техниканың мөмкинлектәре бик ҙур, илебеҙҙәге ғилми-тикшеренеү институттарында архив яҙмалары һаҡлана. Эпосты яттан һөйләү оҫталығын өйрәнеү, уны таратыу ҡулдан килерлек тип уйлайым. Сәсән – ул башҡарыусы ғына түгел, халыҡ педагогикаһы йолаларын таратыусы ла. Элегерәк сәсәндәр йәш быуынға үҙ оҫталығын тапшырған, республикала сәсәнбеҙ тип майҙан тотосылар йәштәрҙе лә үҙ артынан әйҙәһен ине. “Башҡортостандың халыҡ сәсәне” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡтар етерлек, әммә ошо исемде рәсми тергеҙеү фарыз.
– Һеҙ шулай уҡ мөнәжәтселәр конкурсын башлаусы ла...
– “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, Сибай ағинәйҙәренең үҙенә генә хас бренды булһын тигән ниәттән мөнәжәтселәр бәйгеһен үткәрергә ҡарар иттем. Тәүге ярыш тик ҡала ағинәйҙәре араһында ғына ойошторолдо, артабан уның географияһы киңәйҙе, төбәк-ара бәйгегә әүерелде. Быйыл мөнәжәтселәр конкурсы өсөнсө тапҡыр үтте. Унда Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Күгәрсен, Әбйәлил райондарынан ғына түгел, хатта Ырымбур өлкәһенең Гай, Орск, Силәбе өлкәһенең Сосновка, Арғаяш райондарынан, Магнитогорск ҡалаһынан бәйгеселәр ҡатнашты. Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллинаның ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне. Мөнәжәт – дини темаларҙы сағылдырған һәм мотлаҡ көйләп әйтелә торған жанрҙарҙың береһе. Беҙ күберәк һирәк осрай торған мөнәжәттәрҙе табыу, уларҙы халыҡҡа ишеттереү маҡсатында эш алып барабыҙ. Был тәңгәлдә Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән оло йәштәге инәйҙәрҙең сығышы бик фәһемле. Улар үҙ диалектында һаҡланған, ошоғаса бер ҡайҙа ла ишетелмәгән мөнәжәттәрҙе алып килә. Киләсәктә мөнәжәтселәр конкурсын республика кимәленә алып сығырға уйлайбыҙ. Уның Рәсәй буйынса танылыуы ла бик ихтимал.
– Һеҙ – күп яҡлы ижадсы. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың милли кейеме элементтарына һаҡсыл ҡарашта булыуығыҙ һоҡландыра. Орнаменттарҙы дөрөҫ ҡулланыу, һәр ырыуға хас биҙәктәрҙе эшләү тәртибен өйрәтеү, милли кейемдәргә заманса төҫ биреү өҫтөндә йәштәр араһында ныҡышмалы эш алып бараһығыҙ. Һөҙөмтәләр ҙә бар: төрлө күргәҙмәләрҙә ижади эштәрегеҙ юғары баһаға лайыҡ була.
– Шәхси кейем күргәҙмәһенә килгәндә, һуңғыларына ғына туҡталып үтәйем. ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында, IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында, “АРТ-Өфө” күргәҙмәләр фестивалендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүес әйберҙәрен сағылдырған шәхси күргәҙмәм ҙур уңыш менән үтте. Шулай уҡ “Милли башҡорт костюмы аксессуарҙары” тип аталғаны Италияның Милан ҡалаһында күрһәтелде, Өфөләге күргәҙмәлә Вячеслав Зайцев биргән юғары баһа дәртләндерҙе. Мин күп осраҡта ике ҡуянды бер юлы атам, тиергә лә була, сөнки күргәҙмәлә оҫталыҡ дәрестәре лә биреп өлгөрәм. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн һаҡал, селтәр эшләү серҙәрен өйрәтәм, кейеҙ баҫыу элементтарын күрһәтәм. Халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәрен тергеҙеү буйынса ағинәйҙәр менән кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр етештерәбеҙ. Үҙем етәкләгән “Ете ҡыҙ” этнографик, һынлы сәнғәт һәм матурлыҡ студияһы ҡыҙҙары ярҙамында биҙәнеү әйберҙәре эшләйбеҙ, уларҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген аңлатабыҙ. Бөгөн халҡыбыҙҙа үҙ асылыбыҙға ҡайтыуға ынтылыш күҙәтелә, юғары мода кейем-һалымынан айырмалы, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ халҡыбыҙҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәнеү әйберҙәренә ҡараш ташлай башланы. Иғтибар итһәгеҙ, һуңғы ваҡытта төрлө сараларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың түшендә боронғо биҙәүестәр менән бер рәттән селтәр, хәситә кеүек әйберҙәр күренә. “Арт-Өфө. Халыҡ кәсептәре. Сувенирҙар” тип аталған тәүге күргәҙмә-фестивалдә “Халыҡ традицияларын һаҡлау” номинацияһында беренселекте алыуым да юҡҡа түгел, сөнки беҙ тарихҡа һаҡсыл ҡараштабыҙ, кейем өлгөләрен генә түгел, ҡашмау, селтәр, һаҡал эшләүҙә лә һәр ырыуға хас үҙенсәлектәрҙе һаҡларға тырышабыҙ.
– Үҙегеҙ ниндәй кейемгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Иң ҡулайлыһы – классик кейем, әммә мин уға һәр саҡ заманса һәм боронғоса милли биҙәктәр өҫтәп ебәрәм. Мәҫәлән, оҙон итәкле ҡара классик күлдәккә хәситә таҡҡанда, заманса күлдәк өҫтөнә остарына төлкө тиреһе тегелгән бәрхәт камзул кейеп ебәргәндә лә бынамын тигән була. Ял иткәндә, тәбиғәткә сыҡҡанда спорт стиле уңайлы. Кеше үҙ кәүҙәһенә һәм йәшенә ҡарап кейенергә тейеш тигән фекерҙәмен.
– Нимә хаҡында хыялланаһығыҙ?
– Тотош илебеҙгә, кешелеккә тыныслыҡ, именлек теләйем. Яҡындарым бәхетле булһын – ошо иң ҙур хыялым.
– Улар хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтһәгеҙсе?
– Ирем Хөсәйен Шөғәйеп улы — мине һәр саҡ аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып тороусыларҙың береһе. Уға рәхмәтлемен. Командировкаларға йылы кейемдәр тултырып, күргәҙмә әйберҙәремде матурлап, рәтләп һалыусы ла, мине оҙатып, ҡаршы алыусы ла ул. Улым Баязит – шулай уҡ оло терәгем, уң ҡулым. Уны бәләкәйҙән үҙем менән алып йөрөттөм, төрлө сәсәндәр менән таныштырҙым. Бөгөн уның “Арман” тип аталған этно-рок төркөмө бар, оҫта ҡумыҙсы һәм өзләүсе. Хаҡас Республикаһының Абакан ҡалаһында уҙған I төбәк-ара “Полбэк” төрки халыҡтары фольклор сәнғәте фестиваленең “Айтыс” исемле сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, иң ҡиммәтле бүләккә – башҡорт халҡының юғалған музыка ҡоралы ятағанға — лайыҡ булды. Яңыраҡ өйләнде. Киленебеҙ — “Ете ҡыҙ” студияһының иң әүҙем һәм тырыш ҡыҙҙарының береһе.
– Матурҙың даны – ике, оҫтаның даны ун ауылға таралыр, тиҙәр. Данығыҙ Урал аръяғын үтеп, баш ҡала халҡына ла барып ишетелде. Күптән түгел Сибайҙа һәм тыуған яғығыҙ Хәйбулла тарафтарында ижадығыҙға арналған матур кисәләр гөрләп үтте. Ағинәйҙәр һәм “Ете ҡыҙ” студияһы менән оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрҙегеҙ. Өфөләге “Ижад көнө”гөҙ хаҡында ҡыҫҡаса ғына таныштырһағыҙ ине.
– 18 декабрҙә үтәсәк “Ижад көнө”мә барлыҡ тамашасыларҙы саҡырам. Программаға ярашлы, төшкә тиклем оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә. Үҙемдең ағинәйҙәрем һәм ҡыҙҙарым менән һаҡал, селтәр, хәситә, ҡашмау, арҡыры яға кеүек башҡорт биҙәнеү әйберҙәрен эшләү серҙәрен өйрәтәсәкбеҙ, теләүселәр үҙҙәре өсөн яһай ала. Төштән һуң сәсәнлек сәнғәте дәрестәрен күрһәтәм. Әкиәт, эпос һөйләүҙең техник алымдары, ҡобайыр һөйләү, өзләү, ҡумыҙҙа уйнау һәм башҡалар буласаҡ. Шулай уҡ әйтеш ҡаралған. Дәрестәремде — “Арғымаҡ”, “Әс-сәләм” этно-рок, фольклор һәм “Каруан” төркөмдәре, ә һүҙҙәремә яҙылған ҡобайыр һәм йырҙарҙы Сәғиҙулла Баййегет, Марсель Ҡотоев башҡарасаҡ. Шулай уҡ үҙем етәкләгән “Ете ҡыҙ” матурлыҡ студияһы ҡыҙҙарының дефиле күрһәтеүе буласаҡ. Халҡыбыҙҙың үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған милләттәштәремде “Ижад көнө”мә саҡырам. Килегеҙ, күрегеҙ, үкенмәҫһегеҙ!
– Асия Солтан ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, яңынан-яңы идеялар барлыҡҡа килһен, сәсәндәр үҙәгенең эше тотош ҡитғаларға ишетелһен, халҡыбыҙҙың ижадсы тигән даны үҫһен, нығынһын!
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.