“Килен”дә бар хәҡиҡәт15.12.2015
“Килен”дә бар хәҡиҡәт “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли һәм этник кино фес­тивале барышында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттарына “Килен” исемле билдәле төркмән фильмы күрһәтелде. Ә һуңынан сәхнәгә кинолағы төп ролде башҡарған актер, СССР-ҙың халыҡ артисы Майя Гүзәл Аймедова сыҡты.


– Мин һеҙгә көнләшеп ҡарайым, – ти­не ул залдағыларға. – Театрҙы бер нәмә менән дә сағыштырырлыҡ түгел, ул – һоҡланғыс донъя. Көн һайын сәхнәгә сығып, күңелеңдәге кисереш-тойғо­ларыңды пьеса аша тамашасыларға еткереүҙән дә күркәмерәк ни бар?! Театр – минең тормошом, һеҙ ҙә, ҡәҙерле студенттар, матур һөнәргә өйрәнәһегеҙ һәм ошо­ноң менән генә лә сикһеҙ бәхет­леһегеҙ.
“Килен”дә бар хәҡиҡәтӘ бына Майя Гүзәл Аймедова уйнаған Огулькейиктың бәхете башҡасараҡ ҡорола. Ҡыҙғаныс та, алтынға бәрәбәр өлгө лә ул.
...Һөйгәне Морат менән өйләнешеп йәшәй башлауҙарына ике аҙна үтеүгә ғаилә башлығы һуғышҡа алына. Килен ҡайны йортонда ҡала. Күпме генә өмөт-хыялдар менән янһа ла, берҙән-бер Мораты яуҙан әйләнеп ҡайтмай. Эҫе сүллектә ҡартайып, ауырыңҡырап торған ҡайны­һына үҙ атаһылай ҡарауынан, уны яратып тәрбиәләүенән, фильмдың аҙағынаса Огулькейиктың киленме, әллә үҙ ҡыҙ­ҙарымы икәнлеген төҫмөрләп булмай тиерлек. Йорттағы эштәрҙе етеҙ, баҫалҡы башҡарып, көтөү-көтөү һарыҡтарҙы ла тәрбиәләп, тотош ғаиләне алдынғылар рәтенә сығарып, килгән һәр ҡунаҡты, туғандарын ихлас ҡаршы алып, хөрмәтләп, ололарҙың рәхмәт-шөкөрөндә йәшәй был һоҡланғыс килен. Иренең яуҙа һәләк булыуы хаҡында белгәс тә, Огулькейик ҡайны йортонан китеүҙе – һоратып килеүселәрҙең байтаҡлығына ҡарамаҫтан, башҡаға кейәүгә сығыуҙы – күҙ алдына килтермәй, төркмән ҡатын-ҡыҙына хас булмаһа ла, Моратының атаһы алдында тубыҡланып илай хатта...
Һөйөү, тоғролоҡ, ғаилә алдындағы бурысыңды лайыҡлы атҡарыу төшөн­сәләре ярылып ята был нәфис фильмда. Күпме йортто ҡайғыға һалған, күпме һөйгәндәрҙе бер-береһенән мәңгелеккә айырған ҡәһәрле һуғыш заманында ҡатын-ҡыҙҙың иңенә төшкән ауырлыҡты, уларҙы күтәреп сығырҙай йөрәк батырлығын, күңелдәргә таштай һеңгән илһөйәрлекте күрһәтә “Килен”.
– Заманса сағыу киноларҙан һуң 1971 йылда төшөрөлгән был фильм мауыҡ­тырғыс та күренмәйҙер, бәлки, әммә унда ысын тормоштан алынған сюжет, тормошта мәңге йәшәйәсәк төшөнсәләр яҡтыртыла, – тигән фекерен еткерҙе Майя Аймедова залдағы студенттарға.
Актрисаның тыуған ҡалаһы Ашхабад тураһында һөйләүе, мөхәббәт, ҡатын-ҡыҙ тоғролоғо хаҡында шиғырҙар яңғыратыуы, фильм төшөргән мәлдәге ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе ишеттереүе буласаҡ актерҙарҙа Майя Аймедоваға һәм тотош ижадҡа ҡарата ихтирам, һоҡланыу хистәрен яңыртҡандай булды. Йәштәр ханымдың һәр һүҙен мөкиббән бирелеп тыңланы, үҙҙәренең һорауҙарын да яуҙырҙы. Һәм был тәбиғи, сөнки “Килен” фильмы актрисаны тотош донъяға танытҡан һәм уны гиҙеп сығыу бәхетен биргән. Японияла тамаша тамамланғас, урындағы халыҡ фильмды үҙҙәренеке тип атаған икән. Быны аңлатыу еп-еңел – юғары мәҙәнилек, илһөйәрлек, ата-әсәгә ҡарата ихтирам, асыҡ йөҙлө булыу милләткә лә, йәшәгән төбәккә лә бәйле түгел. Улар мәңгелек, улар – донъя тотҡаһы. Ғөмүмән, “Килен” фильмы тотошлай әхлаҡи, тәрбиәүи, тарихи, ысынбарлыҡ нигеҙендә ҡоролған, замандың кесеһенә лә, олоһона ла уны ҡарау ҡамасауламаҫ.



Вернуться назад