Маршрут асылды02.03.2012
Февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов "Вся Уфа" телеканалында тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап биргәйне.
Унда баш ҡаланың Блюхер урамында урынлашҡан 18-се дауаханаға тиклем автобустарҙың бөтөнләй тиерлек йөрөмәүе, меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләгән, йөҙҙәрсә пациент дауаланған учреждениеға барып етеүе бик уңайһыҙ булыуы хаҡында ла һүҙ булды. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, мәсьәлә тиҙ арала хәл ителгән: ДОК-тан 18-се дауаханаға тиклем 204-се маршрут йөрөйәсәк. Шулай уҡ 6-сы дауахананан Дим биҫтәһенә тиклем – 218-се, Сипайловонан Күҙ хирургияһы үҙәгенә тиклем 222-се маршруттар яңыртылған.


Вернуться назад