Аҡса менән эш итеүселәрҙе, йәғни финансистарҙы, ҡаты күңелле халыҡ тип әйтеүҙәре төптө дөрөҫ түгел. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы үҙенең 85 йыллығын нисек итеп билдәләүе – быға асыҡ дәлил. Буласаҡ финансистар ҙа, уларҙың уҡытыусылары ла был көндө рәхәтләнеп байрам итте, ихлас күңел асты. Юбилейға саҡырылған ҡунаҡтарҙа ла тик яҡшы тәьҫораттар ҡалғандыр, моғайын. Республиканың финанс-иҡтисад йүнәлешендәге берҙән-бер уҡыу йорто асылғандан алып төбәк иҡтисадына 50 меңдән ашыу белгес әҙерләп бирҙе. Уларҙың күбеһе эшмәкәрлектә юғары уңышҡа өлгәште.
– Йыл һайын юғары һәм урта белем биреү программаһы буйынса меңгә яҡын финансист һәм иҡтисадсы сығарабыҙ, – ти филиал директоры Рафаэль Сафуанов. – Уларҙың барыһы ла эш таба. Ойошмаларҙың ғаризаһына ярашлы, студенттарыбыҙ улар өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса диплом проекттарын әҙерләй. Шуға күрә йәштәр алдан эш йүнәлешен күҙаллай, һөҙөмтәлелекте арттырыу хаҡында уйлана. Күптәр уҡыған осорҙа уҡ йүнәлешен, хеҙмәт итәһе урынын таба.
Былтыр университет Башҡортостан Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Өфө филиалы республиканың Милли банкы һәм Финанс министрлығы, Контроль-иҫәп палатаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе, коммерция банктары һәм страховка ойошмалары менән дә тығыҙ бәйләнештә.
Төбәктәге иң ҙур банктар үҙҙәренең ихтыяжы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнаша. Бер нисә ай элек кенә “УралСиб” беҙҙә уҡыу аудиторияһын йыһазландырҙы – банкта ҡулланылыусы программа ҡуйылған ун ике компьютер менән тәьмин итте. Студенттар кредит ойошмаһы көндәлек эшмәкәрлегендә ҡулланған программаларҙы маҡсатҡа ярашлы өйрәнә. Эксперттарҙың фекеренсә, бындай берҙәм белем биреү системаһы, йәғни теория менән практиканы һөҙөмтәле берләштереү уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирә. Әлегә тиклем ошондай уҡ аудиторияны “Росгосстрах” асҡайны. Һаҡлыҡ банкының аудиторияһын да студенттар уңышлы файҙалана.
Ҡасандыр ошо университетты тамамлаған Айрат Ғәскәров республиканың финанс министры, Федерация Советы ағзаһы булды, әле “УралСиб”та эшләй.
– Уҡыу йорто белемле белгестәр әҙерләй. Улар яңы урынға килеү менән ваҡытты бушҡа сарыфламай, эш процесына шунда уҡ ҡушылып китә, сөнки әҙерлектәре юғары кимәлдә, – ти Айрат Рафиҡ улы. – Мин белем алған ваҡытта техникум ғына булған уҡыу йорто хәҙер билдәле университеттың филиалына әйләнде. Төплө белем биргән өсөн уҡытыусыларыма әле лә рәхмәтлемен. Бындағы төп үҙенсәлектәрҙең береһе – һөнәри йүнәлешкә ҙур иғтибар. Күптәнге стратегия әле булһа һаҡлана. Беҙҙең банк ярҙамында эште технологик яҡтан яңы кимәлгә сығарырға тырышабыҙ. Финанс университеты ректоры Михаил Эскиндаров менән Өфө филиалының тәжрибәһен университеттың башҡа төбәктәрҙәге бүлексәләренә таратырға ниәтләйбеҙ.
Әйткәндәй, юғары уҡыу йорто әле күп кимәлле белем биреү комплексына әүерелгән. 2012 йылда элекке Бөтә Союз финанс-иҡтисади ситтән тороп уҡыу институты менән Өфө финанс-иҡтисад колледжын берләштергәйнеләр. Улар университет филиалына индерелде. Хәҙер бер уҡыу йортонда урта махсус һәм юғары белемде эҙмә-эҙлекле алырға мөмкин.
Өфө филиалы һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек үҙгәрҙе: яңы уҡыу корпусы асылды, дөйөм ятаҡтар төҙөкләндерелде, яҡты һәм иркен спорт залдары, бассейн бар. Тимәк, оҫта белгестәр әҙерләү өсөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етерлек.