Кәңәшле эш тарҡалмаҫ тигәндәй, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшкәндә генә ярайһы уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Килешеп эшләү киләсәккә маҡсаттар билдәләгәндә айырыуса ныҡ ярҙам итә. Район һәм ҡалаларҙа йыш ҡына төрлө сетерекле хәлдәр сыҡҡылай, ҡайһы бер муниципалитет депутаттары үҙҙәрендәге ябай ғына берәй проблема менән күҙгә-күҙ бәрелешкәндә юғалып-албырғап ҡалыусан йә уны ситләтеп үтеүсән, шуға күрә йәнле аралашыуҙар һәр йәһәттән дә, төрлө саҡта ла кәрәк. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостанда урындағы үҙидара тураһындағы ҡануниәтте камиллаштырыу һәм тормошҡа ашырыу тураһында” тигән темаға ҡоролған кәңәшмәгә Иглин һәм Шишмә район Советтары депутаттары ла саҡырылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, парламентарийҙар өсөн бигерәк тә урындағы депутаттарҙың фекере мөһим, сөнки үҙҙәрендәге хәл-торошто уларҙан да тәрәнерәк белгән кеше юҡ.
Ашаған түгел, тураған белә, тиҙәр. Беҙ, ҡалала төпләнеүселәр, ығы-зығыла мәж килеп, тегендә сабабыҙ, бында йүгерәбеҙ, ҡыҫҡаһы, үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайнайбыҙ. Әйтәйек, шул уҡ ауылда ни булып ятҡанын тик таныш-тоноштарҙың йәки туғандарҙың һөйләгәндәренән генә беләбеҙ. Баҡтиһәң, тыныс тигән ауыл күптәр уйлағанса уҡ түгел икән дә, хатта артыҡ шау-шыу тыуҙырмаһа әле! Юғиһә депутат һынлы депутаттар ошо мәсьәләгә йөҙ менән боролор инеме?! Мәҫәлән, ауылдың һаҡсыһы һаналған эттәргә “дүрт аяҡлы дуҫтар” тип яғымлы өндәшергә өйрәнелгән, әле килеп шул хайуандар кешенең дошманына әйләнһенсе!
– Берәҙәк эттәрҙең үрсеүе һәммәһен дә хафаға һала, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты рәйесе Рәсүл Ғосманов. – Билдәле сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн 140 мең тирәһе эт һәм бесәй урам ҡыҙыра. Улар йоғошло ауырыу тарата, кешегә ташлана, малды һәм ҡош-ҡортто тамаҡлай. Йылына 3 меңдән ашыу граждан йыртҡыс хайуандарҙан зыян күрә. Иң ҡыҙғанысы — шуларҙың 30 проценты балалар.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа берәҙәк эттәрҙе аулау тураһында закон ҡабул ителгән, хәҙер иһә ошоға нигеҙләнгән акт эшләнелә, тимәк, муниципалитеттарға проблеманы хәл итеү өсөн тулы хоҡуҡ биреләсәк.
Рәсүл Үзбәк улы былтыр Өфөлә эт өйөрөнөң бер мәктәп уҡыусыһын өҙгөсләүен иҫкә төшөрҙө. Берәҙәк эттәрҙе юҡ итеү буйынса бәхәстәр тынмай. Кемдер күргән-тотҡан береһен атырға ҡуша, икенселәр берәй үҙәккә урынлаштырырға кәрәк тигән тәҡдимен еткерә. Минеңсә, ниндәй генә йән эйәһе булмаһын, һәр ваҡытта ла әҙәмсә ҡараш, кешесә мөнәсәбәт тейеш. “Доброта” приютының был тәңгәлдә изге эш башҡарыуы — шуға асыҡ миҫал. Ҡыҙыҡлы бер күренеш: унда ҡайҙан һәм ниндәй хәлгә төшкәндәрҙе генә килтермәйҙәр, бейәләй кеүек бәләкәсенән алып башмаҡ ҙурлығына хәтлем. Законға ярашлы, хужаһыҙ эттәрҙе тотоп питомникка алып баралар. Белгестәр уларҙы таҙарта, йоғошло ауырыуҙарға һәм ҡотороуға ҡаршы прививка яһай, ашата һәм стерилләй. Аяғына баҫҡан ҡайһы берәүҙәрен һаҡ ойошмалары, хатта эске эштәр идаралыҡтары үҙҙәренә алыуҙы ғәҙәт иткән, әммә һирәк булһа ла тегеләрҙең хужаһы табыла, бәғзеләрен эт яратҡандар үҙҙәренә ала, бүтәндәре тотолған еренә алып барып киренән иреккә сығарыла. Әгәр эт ысынлап та ауырыу тип табылһа, ул укол ярҙамында мәңгелеккә “йоҡлатыла”.
Шишмә һәм Иглин райондарында, баш ҡалаға яҡын урынлашҡас, билдәле, шәхси баҡсаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Яҙын ҡаланан эте-бесәйе менән ауылдағы икенсе йорттарына килеп йәшәүселәр, ғәҙәттә, һыуыҡтар башланыуға Өфөгә яңғыҙы ғына ҡайтып китә. Бына ошондай йәнһеҙ бәндәләрҙе нисек аңларға? Улар яҙмыш ҡосағына ташланған берәҙәктәр өйөрөн тулыландырыуға ҙур өлөш индерә ләбаһа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл йыл да ҡабатлана.
Эт тигәндән, ирекһеҙҙән тау битләүендә утлап йөрөгән һыйырҙар, көтөүҙе өйөрөп йөрөгән эт, ә унан өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта йоҡомһорап ятҡан көтөүсе күҙ алдына килеп баҫты. Ҡайһылай рәхәт, еңел генә аҡса эшләргә мөмкин икән дә! Ысынында бөтә ерҙә лә шулаймы? Юҡтыр. Сығыш яһаусы шулай уҡ ҡарауһыҙ малдарҙың оло юлдарға сығып, юл һәләкәтенә сәбәпсе булыуы, улай ғына ла түгел, шуның арҡаһында кеше ғүмерҙәренең өҙөлөүе тураһында ла бик әсенеп һөйләне. Көтөү ойошторолмаған яҡтарҙа бит хәл бөтөнләй бүтәнсәрәк, ауыл автомобиль трассаһына яҡын урынлашһа, бигерәк тә хәүефле.
Алыҫ йөрөйһө түгел, “Өфө – Белорет” юлын ғына алайыҡ. Унда йәйгеһен юл буйы һыйыр малы һәм ат менән тулы, уларға хатта һарыҡ-кәзәһе ҡушыла. Өфөнән Сибай тарафтарына юлланғанда шаһит булған күңелһеҙ ваҡиға һаман иҫкә төшә. Белорет районының Бирҙеғол ауылы янында, Хәҡәтҡаҙы тигән йылғаға етәрәк, йөк машинаһы буралай һыйырҙы бәрҙергән. Мал ҡаршы яҡ һыҙатта ни үле, ни тере түгел тигәндәй саҡ ҡыбырҙап ята. Зәғифлегенә ҡарап тормай, тығын тыуҙырмаһын өсөн уны ир-ат “һоп та һоп” килеп юл ситенәрәк шылдырып һалды. Ауылдыҡылар күп йыйылып китте, участковый килде, әммә берәү ҙә “был минең һыйыр” тип әйтергә йөрьәт итмәне, эйе, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуҙан шөрләне. Таяҡ ике осло була тигән шикелле, бындай ҡазаның урман яҡтарында йыш теркәлеүен әйттеләр. Әгәр ҙә ки хужаһы табылһа, малын ҡарауһыҙ йөрөткәне өсөн ул ҙур күләмдә штраф түләйәсәк. Кемдең үҙ кеҫәһенән аҡсаһын сығарғыһы килһен, ти, тешеңде ҡыҫып булһа ла түҙәһең, бәлә-ҡаза ошоноң менән бөтһөн, тип теләйһең. Ярай, был осраҡта юл-транспорт фажиғәһендә мал ғына зыян күргән. Әгәр берәй еңел автомобиль һыйыр өҫтөнә менеп китһә, әҙәм балаһының ғүмере ҡыйылыуы ла бар бит әле.
Ҡолағына билдә тағырға йәки янбашына тамға һуғырға була ла инде малдың – депутаттар ҙа шундай фекерҙә. Хужаһын табыу йәки яуаплылыҡтан ҡасҡандарҙы тотоу өсөн ҡайһылай шәп буласаҡ, йәнәһе.
Ултырышта: “Йорт малдары” тигән яҙыу бар ҙа инде”, — тинеләр. Мал аҡылһыҙ бит, уҡый белмәй, уға юл билдәһе бар ни, юҡ ни, барыбер, тип мәрәкәләп тә алдылар.
Баяғы машина төкөп имгәткән һыйыр һауыҡҡанмы-юҡмы, фараз итеүе ауыр, кем әйтмешләй, мал булмағандыр ул. Үләкһәне кеше күҙенән алыҫ урынға йә урман эсенә һөйрәтеп килтереп, шунда ҡалдырып китмәһендәр ине тип теләйек.
Ултырышта үлгән малды күмергә урын табыу мәсьәләһе буйынса ла бәхәс ҡупты. Хәйер, республикабыҙҙа был маҡсатта байтаҡ аҡса бүленә икән. Шунан файҙаланып, 2016 йылда Иглин районында үлгән малды күмеү урынын тергеҙергә ниәтләнеләр.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцевтың фекер алышыуҙы йәнлектәр донъяһынан кеше темаһына күсереүе юҡтан түгел ине.
Виктор Александрович билдәләүенсә, кадрҙар мәсьәләһендә нескә урындар юҡ түгел. Ауыл ерендә эттәрҙе тотоу, көтөүҙе ойоштороу кемдең иңендә? Ошо мәшәҡәттәр менән шөғөлләнеүсе бармы? Йәки бөгөн хакимиәт башлығы вазифаһына кеше табып булмағанда эттәр тураһында һөйләшеү урынлымы? Һүҙ ҙә юҡ, ул – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.
– Әле ауыл хакимиәте башлығы йөгөн тартырлыҡ лайыҡлыларҙы табыуы бик ауыр, – тине комитет рәйесе. – Ул кеше юридик яҡтан грамоталы ла булырға тейеш, өҫтәүенә йөкмәтелгән бурысын ҙур оҫталыҡ менән башҡарһын.
Ысынлап та, өйҙә хужаның күп түгел, ә берәү генә булыуы – һәр йәһәттән дә тәртиптең нигеҙе ул. Шуның шикелле бөтә яҡлап алып ҡарағанда ла ауыл биләмәһе өсөн ошо хакимиәт башлығы тулыһынса яуап бирә. Тик бөтә ерҙә лә власть вәкилдәре вазифаһын еренә еткереп башҡарамы — быныһы инде киләһе мәҡәләгә ерлек булыр.