“Түҙемһеҙлек менән көттөк”15.12.2015
Белем көнөндә ишетелер-ишетелмәҫ сыңлаған ҡыңғырауҙың ауазы әле бөтөн ауылға яңғырай кеүек: балалар яңыртылған мәктәпкә аяҡ баҫты бит!
Языковола 80 йыл самаһы элек төҙөлгән башланғыс белем усағы күптән ремонтҡа мохтаж ине. Ямғыр үтәнән-үтә төшә, эстә ел уйнай, иҙән серек... “Башнефть” компанияһының хәстәрлеге менән былтыр сентябрҙә мәктәпкә капиталь ремонт яһала башланы. Уҡытыу әлегә ҡәҙәр ҡыҫынҡы ғына күрше корпуста алып барылды.
– Яңы бинаның асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк, – ти мәктәп директоры Илшат Вәсимов. – Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ! Заманса бинала сифатлы белем алыу өсөн барлыҡ шарттар бар. Биш ауылдан йыйылып ғилем туплаған 400 самаһы уҡыусы ла, педагогик коллектив та үҙенә күрһәтелгән ышанысты мотлаҡ аҡлар.
“Башнефть” йәмғиәтенең Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек буйынса директоры Юлай Ильясов әйтеүенсә, компания мәрхәмәтлек эшен дауам итә. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт киләсәктә лә иң өҫтөнлөклө тармаҡтар булып ҡаласаҡ.