“Тимер ат”лы булдылар15.12.2015
Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе производствола зыян күргән 12 ке­шегә автомобиль юллап алып бирҙе. Уларҙың алтауһына махсус машина икенсегә тапшырыла.

Социаль реабилитация маҡсатында бүленгән транспорт сараһы зыян күреүселәрҙең йәшәү сифатын ярайһы уҡ яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
Автомобилгә эйә булғандар араһында уҡытыусы Эльвира Фәйзуллина ла бар. Ул 2007 йылда мәктәп спартакиадаһында имгәнгән, һөҙөмтәлә бер аяғын киҫкәндәр. Көслө рухлы ҡатын бирешмәй, ике балаһын яңғыҙ тәрбиәләй.
Автомобиль асҡысын Рәйес Әбдрәшитовҡа ла тапшырҙылар. Ул хәрби летчик, граждандар авиацияһы пилоты булған. 15 йыл элек хеҙмәт бурыстарын башҡарғанда һәләкәткә эләгеп, уң аяғын юғалтҡан. Махсус машинаны Рәйес Раил улы икенсегә ала. Бынан тыш, реабилитация программаһындағы күрһәтмәгә ярашлы, уның өсөн ҡиммәтле протез эшләнгән.
Йыл аҙағына тиклем тағы ла 30 кешене автомобиль менән тәьмин итеү ҡарала. Дөйөм алғанда, 2001 йылдан алып фондтың төбәк бүлексәһе производствола имгәнгән кешеләргә 913 махсус автомобиль тапшырған.




Вернуться назад