Айыҡлыҡ — именлек нигеҙе15.12.2015
Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм полицияның участка вәкилдәре “Иҫерек водитель” операцияһына ярашлы берлектә саралар ойоштора. Республикалағы баш дәүләт автоинспекторының блогында хәбәр ителеүенсә, тикшереү саралары 15 – 30 декабрҙә үткәрелә.

Тәртип һаҡсылары юл ҡағиҙәләрен боҙоу күренештәренә битараф ҡалмаҫҡа саҡыра. Рулдә иҫерек водитель ултырыуына йәки баланы автомобилдә тейешле ҡулайламаһыҙ йөрөтөүгә шаһит булған осраҡта ЮХХДИ идаралығының дежур бүлегенә (235-84-02, 233-27-31) йәки райондың, ҡаланың полиция бүлегенә, юл-патруль хеҙмәтенең яҡындағы экипажына хәбәр итеүегеҙ һорала.




Вернуться назад