Эшҡыуарҙар өсөн... инкубатор15.12.2015
Өфөлә Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды нигеҙендә IT-инкубатор, йәғни мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге бизнес проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 60 эш урыны булған майҙансыҡ асылды.

Яңы эш башлаған йүнселдәрҙе һәм фрилансерҙарҙы инкубатор дүрт урынлыҡ бәләкәй офис, йыһаз, интернет, ҡорамалдар менән тәьмин итә, проекттарға һәм белем биреү программаларына экспертиза үткәрә, программалаусылар, дизайнерҙар һәм белгестәр өсөн уҡыуҙар ойоштора. Бер эш урынының хаҡы — 2 мең һум.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, IT-инкубаторҙа мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә күп тигәндә өс йыл эшләгән йүнселдәр шөғөлләнә ала. Яҡшы проекттар тәҡдим иткән эшҡыуарҙарға офисты арзаныраҡ хаҡҡа ҡуртымға алыу мөмкинлеге бирелә, улар шулай уҡ эксперттарҙың бушлай ярҙамына өмөт итә ала.




Вернуться назад