Власть һәр саҡ фәнгә таяна15.12.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында сығыш яһаны. Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе академия эшмәкәрлегенә һәм уның фәнни ҡаҙаныштарына арналған күргәҙмә менән танышты, ғалимдарға сәнәғәт предприятиелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырырға тәҡдим итте.
— Власть фәнгә таянмайынса эшләй ҙә, дөрөҫ һығымта яһай ҙа, йәмғиәтте үҫтереүҙә ҡулай йүнәлештәрҙе һайлай ҙа алмай, — тине ул. — Беҙгә һөҙөмтәләр кәрәк. Сәнәғәт етештереүен дә, йәмғиәттәге хәлдәрҙе лә көйләү шарт. Башҡортостандың Фәндәр академияһы был йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә. Идара итеүҙең яңы алымдары кәрәк, сөнки уҙған 10—15 йылдағы эшмәкәрлегегеҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә булһа ла, ысын алға китеш күҙәтелмәне.
Республика Башлығы әйтеүенсә, ғилми берләшмә алдына иң кәрәкле асыштарға таяныу, өр-яңы тармаҡтар һәм фән ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән заманса производстволар асыу, фәнгә дәүләт заказын ҡуйыу, инновация эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, кеше файҙаһына эш итеү кеүек стратегик бурыстар ҡуйыла.