Юрист кәңәштәре02.03.2012
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Балалар хоҡуғы — иң мөһиме

— 2003 йылда йәш ғаилә булараҡ льготалы программа буйынса 15 йылға ипотекаға фатир һатып алғайныҡ. Яртыһынан күбеһен түләп бөттөк. Былтыр апрелдә ирем менән айырылыштым, әммә башҡа торор урыны булмағас, ул беҙҙең менән йәшәй. Өс балабыҙ бар. Мин әсәлек капиталы алырға тейешмен. Ул шул аҡса менән бурысты түләп бөтөргә лә, аҙаҡ фатирҙы закон буйынса бүлешергә тәҡдим итә. Капиталды фатир өсөн түләгәндән һуң торлаҡты бүлешкән саҡта мин ҙурыраҡ өлөшкә өмөт итә аламмы? Сөнки балалар минең менән ҡаласаҡ, ә әсәлек капиталы — уларҙың аҡсаһы.
Руфина, Мәләүез ҡалаһы.


— Бик ҡатмарлы һорау. Закон уға тура ғына яуап бирмәй. Суд практикаһы ла әлегә формалашмаған. “Балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары” тураһындағы 256-сы Федераль закондың 3-сө статьяһына ярашлы, өҫтәмә дәүләт ярҙамына (әсәлек капиталына) 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң икенсе һәм унан да күберәк бала тапҡан ҡатын хоҡуҡлы. Ошо уҡ статьяның 3-сө пунктында әсәлек капиталына хоҡуҡтың бөтөрөлөү осраҡтары яҙылған. Шулай итеп, айырылышҡан саҡта ҡатын-ҡыҙҙың капиталға хоҡуғы туҡтатылмай, һәм ул ир менән икегеҙ араһында бүленмәй.
Бынан тыш, әлеге аҡса менән торлаҡ алыу өсөн төп бурысты йәки кредиттың проценттарын түләгән саҡта, һеҙҙән торлаҡтың бер өлөшөн артабан балалар исеменә яҙҙырыу тураһындағы яҙма йөкләмә талап итәсәктәр. Был йөкләмә судта милекте бүлешкән саҡта кәрәк буласаҡ. Рәсәйҙең Ғаилә кодексы буйынса һеҙ никах ваҡытында бергә туплаған милектең яртыһына ғына дәғүә итәһегеҙ. Ә әлеге яҙма йөкләмә һеҙгә балалар өсөн дә өлөш алыу мөмкинлеген бирәсәк. Уңыштар һеҙгә!

Законды үтәргә тейешһегеҙ

— Компания хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартҡан саҡта бер проблема килеп сыҡты. Рәсәй Хеҙмәт кодексы буйынса эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыуы тураһында халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү хеҙмәтенә был хаҡта белдерергә тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта “Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү тураһында”ғы Закон буйынса быны эшләү кәрәк тиелгән. Был осраҡта нимә эшләргә?
Руслан, Өфө ҡалаһы.


— Рәсәй Федерацияһында “Халыҡтың мәшғүллеге тураһында”ғы Закондың 25-се статьяһына ярашлы, ойошма бөткән йәки шәхси эшҡыуар үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан һәм шуға бәйле хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартҡан осраҡта, эш биреүсе ойошма — ике айҙан кәм булмаған, ә эш биреүсе шәхси эшҡыуар ике аҙнанан кәм булмаған осорҙа был хаҡта яҙма рәүештә мәшғүллек үҙәгенә хәбәр итергә тейеш. Унда һәр хеҙмәткәрҙең һөнәре, вазифаһы һәм квалификацияһына талаптары, эш хаҡы шарттары күрһәтелергә тейеш. Әгәр ҙә ҡыҫҡартыу бик күп кешенең эшһеҙ ҡаласағын күҙаллаһа, был хаҡта өс айҙан алдараҡ хәбәр итеү кәрәк.
Ысынлап та, илдең Хеҙмәт кодексында эш биреүсегә бындай йөкләмә һалынмай. Әммә Кодекстың 22-се статьяһына ярашлы, эш биреүсенең төп бурысы — хеҙмәт ҡануниәтен һәм башҡа норматив акттарҙы үтәү. Ә “Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү тураһында”ғы Закон — хеҙмәт ҡануниәтен булдырыусы шундай акттарҙың береһе. Шулай итеп, Хеҙмәт кодексында был хаҡта туранан-тура әйтелмәһә лә, һеҙ уны үтәргә тейеш.


Вернуться назад