Ҡанат кирҙе “Көмөш Аҡбуҙат”15.12.2015
Ҡанат кирҙе  “Көмөш Аҡбуҙат” Ошо көндәрҙә Өфөбөҙ Голливудтан кәм түгел ине. Бәс, шулай булмайса, “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара милли-этник кино фестивале ҡалабыҙҙың рухи күгендә ҡанаттарын йәйҙе бит.


Донъяның 10 иленән һәм Рәсәй төбәктә­ренән килгән ҡунаҡтар Конгресс-холл алдына йәйелгән ҡыҙыл балаҫ буйлап үтте. Кино сәнғәтендә һәр поектты “хлопушка” тип аталған ҡулайлама менән асыу йолаһы бар. Был юлы уны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡулына алды.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашып, байрамға килгәнегеҙ өсөн шатбыҙ, – тине ул. – Фоторәсем – тормош дөрөҫлөгө, тиҙәр. Әгәр был шулай икән, тимәк, кино – ул секунд эсендә 24 хәҡиҡәт. Шуны әйтергә кәрәк: фестивалдә күрһәтеләсәк фильмдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша ла тамашасыларға барып етәсәк. “Көмөш Аҡбуҙат” дуҫлыҡ һәм берҙәмлек арғымағы булып ҡанаттарын нығытһын!
– Батыр Салауат Юлаевты, бөйөк Мостай Кәримде тыуҙырған изге тупраҡҡа аяҡ баҫыуыма шатмын, – тине жюри рәйесе Ходжакули Нарлиев. Ул “Көмөш Аҡбуҙат”ҡа уңыштар теләне, заман ауырлыҡтарына һылтанмай, рухи байлыҡты иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауҙары өсөн республика етәкселегенә, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Фестивалдә Тажикстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Мысыр, Эстония, Бангладеш, Әрмәнстан, Иран, Һиндостан илдәренең, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренең кино оҫталары эштәрен күрһәтте. Уларҙы баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатры, Б. Йосопова исемендәге Актер йорто тамашасылар хөкөмөнә еткерҙе. Башҡортостан иһә кино һөйөүселәргә биш фильм тәҡдим итте. Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә” документаль таҫмаһы, Айнур Асҡаровтың “Әсә”, Руслан Юлтаевтың “Өс хат”, Таңсулпан Бураҡаеваның “Ике лә генә егет”, Айсыуаҡ Йомағоловтың “Бибигөл менән Сәйфелмөлөк” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм­дарын ҡарап ҡыуанды халыҡ. Телеэкрандар, кинотеатрҙар һуғыш, үлтереш, уғрылыҡ, аҙғынлыҡ күренештәрен сағылдырған, кешелек сифаттарын емереүсе фильмдар менән тулған заманда, әҙәп һәм әхлаҡ нурҙары бөркөлгән картиналар күңелгә танһыҡ булды.
Айнур Асҡаровтың ярты сәғәтлек фильмы “Арҡайым продакшн” студияһы тарафынан төшөрөлгән. Был режиссерыбыҙ, белеүегеҙсә, “Еңмеш” һәм “Бал әсеһе” исемле эштәре менән республикала киң билдәле. “Әсә”гә сценарийҙы драматург Шәүрә Шәкүрова “Саҡ менән Суҡ” тигән боронғо төрки риүәйәтенә нигеҙләнеп яҙған.
Фильмдың төп героиняһы Шәүрәне бәләкәй сағында уҡ әсәһе ташлап киткән. Ул кейәүгә сығырға хыяллана, әммә уға игеҙәк улдары Руслан менән Арыҫлан “ҡамасаулай”. Әсә үҙенең ҡарғышы арҡаһында балаларын мәңгелек ғазаптарға дусар итә яҙа... Фильм былтыр биш миллион һумлыҡ Президент грантына лайыҡ булды. Картинаның жанрын режиссер мистик драма тип билдәләгән.
Таңсулпан Бураҡаеваның “Ике лә генә егет” картинаһы милли “сир”ебеҙгә төртөп күрһәтеүе менән әһәмиәтле. Режиссер үҙе бына нимә ти: “Ниндәйҙер бер яҙмала “башҡорттар бер-береһе менән судлашырға ярата” тигән юлдарҙы уҡыным. Был мине ныҡ уйландырҙы һәм ошо хаҡта фильм төшөрөргә булдым. Ҡыҫҡаса эстәлеге былай: ауылдан ике кеше, бер арбаға ултырып, ҡалаға судлашырға бара. Юлда төрлө хәлдәр була, бергә ултырып ашайҙар, бер түшәктә ятып йоҡлайҙар...”
Вилүрәнең “Тәүбә” тип аталған документаль фильмы ғүмеренең күп йылдарын ҡаты режимлы колонияла үткәргән имам хаҡында. Хис-тойғолар менән һуғарылған драма ул. Режиссер кинематография алымдары ярҙамында кеше яҙмышын аса, уның күңел төпкөлөнә үтеп инә. Фильмда һүҙҙәр бик аҙ. Әрнеү, үкенес, өмөт — барыһы ла геройҙың күҙҙәрендә, интонацияһында, ым-ишараларында сағыла.
Айсыуаҡ ҡыҫҡа метражлы был фильмын музыкаль сюжеттарға ҡорған. Унда башҡорт халҡының “Сәйфелмөлөк”, “Ғәрипҡол” һәм “Һөйгән йәр” тип аталған өс халыҡ йыры мотивтары урын алған. Фильм халҡыбыҙҙың ысынбарлығын сағылдыра, ХIХ быуат аҙағында – XX быуат башында йәшәгән ябай кешеләрҙең тормош-көнкүрешенә алып инә.
Күреүегеҙсә, беҙҙең режиссерҙар төшөргән фильмдар әхлаҡ, әҙәп төшөнсәләрен үҙәккә ҡуйыуы менән айырылып тора.
Шулай итеп, дүрт көн буйы барған “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленә йомғаҡ яһалды.
Фестивалдең төп бүләге ҡыҫҡа метражлы “Настя” фильмын төшөргән Кирилл Плетневҡа (Мәскәү) эләкте.
“Документаль кино” номинацияһында “Леди Мари” (Андрей Русских, Удмурт Республикаһы), “Тайгалағы тормош” (Ксения Артеева, Рәсәй), “Тәүбә” (Вилүрә Иҫәндәүләтова, Башҡортостан) фильмдары еңеү яуланы.
“Ҡыҫҡа метражлы фильм” номина­цияһында еңеүгә “Әсә” (Айнур Асҡаров, Башҡортостан) фильмы лайыҡ булды.
Шулай уҡ “Ҡурсаҡ” (Диана Әхмәҙиева, Рәсәй), “Трико” (Ольга Кулунакова, Алтай), “Минең велосипед” (Аунг Ракхайн, Бангладеш), “Элегия” (Йософ Ҡарғара, Иран), “Бернулли законы” (Галина Леонтьева, Рәсәй), “Аҡ турғай” (Диловар Солтанов, Тажикстан) һәм башҡа фильмдар төрлө номинацияла еңеп сыҡты.
“Көмөш Аҡбуҙат” фестивале тамам, ләкин унан ағылған нур күңелдәрҙе яҡтыртып торор.




Вернуться назад