Бөрйәнем – бергенәм!12.12.2015
Мәһәҙейҙә Әҙәбиәт йылына, данлы республикабыҙға, үҙенең олпат 85-ен билдәләгән гүзәл Бөрйәнебеҙгә арналған сағыу әҙәби-музыкаль кисә үтте. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Фатима Шәғәлина сараны ил-йортобоҙҙоң тарихи үткәненә, бөгөнгөһөнә бәйләп, йәнле итеп алып барҙы.
Кисә башында Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, ауылдашыбыҙ Фәнил Мөхәмәтйәнов, һүҙ алып, байрам менән ҡотланы. Һәр сығыш йыр-моң менән аралаштырылып алып барылды. Халыҡ барыһын да бик йылы ҡабул итте. Оҫта бейеүселәребеҙҙең, “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙарының концерты көслө алҡыштарға күмелде. Ғөмүмән, мәһәҙейҙәр матур кисәнән дәртләнеп, эшкә ҡанатланып, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, ҡыуанып таралышты.
Мәктәптә иһә уҡытыусы Ғәлимә Тулыбаева “Башҡортостан – илгенәм, Бөрйәнгенәм – бергенәм!” тигән темаға кластан тыш дәрес үткәрҙе. Балалар теләп ҡатнашты унда. Һөҙөмтәлә “Иң белемле”ләр исемен Айгөл Ғарифуллина, Салауат Латипов, Илмир Ғарифуллин, Илсиә Ғарифуллина яулап, маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.