Уртаҡ фекер уң булыр12.12.2015
Ҡайһы ғына бармаҡты тешләмә, һәммәһе лә берҙәй ауырта. Республикала сеймал табыу мәсьәләһе күтәрелгәндә, күҙ алдына ирекһеҙҙән ошо күренеш пәйҙә була. Торатау ҙа ҡәҙерле, сода заводы ла эшләһен, әммә килеп тыуған хәлдән сығыу юлын табырға кәрәк.
Башҡорт сода компанияһы нисек кенә үҙ йырын йырламаһын, республика халҡының 70 процентының да, уның етәксеһенең дә фекере бер – Торатау сеймал түгел! Уның ҡарауы, альтернатива эҙләү фарыз. Ошо йәһәттән Ғүмәр ятҡылыҡтары өйрәнелеү алдында. Әммә бында ла барыһы ла шыма ғына бармай – райондың Ғүмәр ауылы халҡы хатта ятҡылыҡта тикшереү эше алып барыуға ҡаршы. Егән йылғаһына һәм шул ерлектәге тәбиғәткә экологик хәүеф янай, бесәнлектәр тапала, ауылды бысраҡ баҫа, ти улар.
Уҙған йәкшәмбелә ошо йәһәттән Ғүмәр ауылында “Хакимиәт көнө” үтте. Халыҡ фекере, мөрәжәғәттәре тупланып, кисә район хакимиәтендә йыйылған материалдар нигеҙендә ике яҡ ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Әлбиттә, урындағыларҙы ла аңларға була: һәр кем ғәзиз ерен һаҡларға, яҡларға хоҡуҡлы һәм тейеш тә. Әммә, үҙ туҡһаның туҡһан, тип түгелдер. Бер генә мәлгә үҙемде уларҙың урынына ҡуйып ҡарайым, сөнки тыуған ауылым ятҡылыҡтарҙан йыраҡ урынлашмаған. Иртән тороуға бер нисә ауылды һыулы иткән йылға ҡоромаҫмы, производство саңы баҫмаҫмы, ҡалаға юлланғанда бер туҡтауһыҙ “КамАЗ”-дар ҡаршы осрап, хәүеф тыуҙырмаҫмы?
– Саң ятҡылыҡтарҙа ваҡлау цехтары асҡанда ғына барлыҡҡа килә, завод иһә материалды алып китеп эшкәртәсәк, ә Егән йылғаһы, ер аҫты һыуҙары ғына түгел, ғөмүмән, тәбиғәт зыян күрмәйәсәк, – тип йыуатты был тәңгәлдә Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Филүс Яхин. – Юлдарға килгәндә, был йәһәттән дүрт вариант ҡарала, ҡайһы берҙәре бөтөнләй ситтән урап үтмәксе.
Һүҙ ҙә юҡ, илаһи тәбиғәт матурлығына битараф түгел ғүмәрҙәр. Хәйер, улар ғүмере буйы илһам алған, һоҡланған Бүжәтауҙы ватыу тураһында һүҙ бармай. Әйткәндәй, экологик йәһәттән дә, белгестәр фекеренсә, ауылды нәҡ ошо тау елдән һаҡлаясаҡ.
Ғүмәрҙәр халыҡтың бесән сабыу урындары тапала тип тә борсола. Әлегә тиклем бер кемдең дә тәғәйен генә урыны юҡ, дөйөм бүленгән сабынлыҡтарҙа бесән эшләйҙәр. Территориаль йәмәғәт үҙидараһы бар, тик бына ер мәсьәләһе хәл ителмәгән. Ирекһеҙҙән республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың был йәһәттән әүҙемлеккә саҡырыуы иҫкә төшә…
Нисек кенә булмаһын, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Харис Шаһиевтың сығышы әлеге мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙе һымаҡ.
– Ә шул уҡ ваҡытта нисәмә ялан сабылмай ҡала? – тигән һорау бирҙе ул ғүмәрҙәргә.
Дөрөҫөн әйткәндә, ауылдар тирәһендә карьерҙар булыуы һис кемгә лә яңылыҡ түгел. Уның ҡарауы, шуларҙан файҙаланыусы урындағы халыҡ өсөн, йәшәйеш өсөн нимәлер эшләй. “Беҙҙең ерҙе соҡомағыҙ”, – тип ғауға ҡуптарыу урынына ошо хаҡта уйланырға тейеш кешеләр – был “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙың фекере.
– Талашып йөрөр урынға, файҙаһын күрергә кәрәк, – тине, мәҫәлән, урындағы ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Әлфис Фәйзуллин.
…Сарала сеймалды ҡулланырға тейешле Башҡорт сода компанияһы вәкилдәренең булмауы ғына күңелде ҡырҙы. Улар һаман да эргәлә генә ятҡан Торатауҙы аҡтарыу яҡлы!