Ҡитғаларҙы тоташтырған ер көсө12.12.2015
Башҡорт яугирҙәре 1814 йылда Франциянан ҡайтышлай бөйөк шағир Иоганн Гете менән осрашып, уға уҡ-һаҙаҡ бүләк иткән. Был ваҡиға һәр кемдең күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған. Шулай ҙа уҙған быуатта Мостай Кәрим менән осрашҡан немец халҡы вәкилдәре: “Беҙгә Гетеға ҡарағанда ла ҙурыраҡ бәхет йылмайҙы, – тип белдергән. – Уға уҡ-һаҙаҡ биргәндәр, ә беҙгә халыҡ шағиры, үҙ милләтенең йәнле һөйләү телен ишеттереп, баһалап бөткөһөҙ бүләк яһаны”.

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында Евразия гуманистик форумы сиктәрендә республиканың туған тел уҡытыусылары ҡатнашлығында үткән секция ултырышында ошо ваҡиғаны иҫкә төшөрҙө халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Унда “Этно-мәҙәни белем биреү шарттарында шәхес тәрбиәләү” тигән темаға фекер алыштылар.
– Ысынлап та, һүҙҙән, телдән, әҙәбиәттән дә бөйөгөрәк төшөнсә юҡ, – тине шағир. – Улар юҡ икән, халыҡ та, ил дә булмаҫ ине. Төрлө милләт вәкилдәрен бер йоҙроҡҡа туплап йәшәгән Башҡортостаныбыҙ юҡҡа ғына Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашмағандыр. Ике ҡитғаны берләштереп тора ул. Тимәк, телдәр, мәҙәниәттәр бәйләнгән изге урында ғүмер итәбеҙ. Унда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың “Аурупа-Азия”, бөйөк Мостай Кәримдең “Европа-Азия” тигән шиғырҙары тиккә яралмағандыр. Беҙҙә данлы “Ғәлиә” мәҙрәсәһе эшләгән, унда төрлө тарафтан йыйылған ҡәрҙәштәребеҙ ғилем туплаған.
Рауил Төхвәт улы әлеге йыйындың – бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнөнә, Әҙәбиәт йылының иһә Бөйөк Еңеүҙең – 70, Шәйехзада Бабичтың 120 йыллығына тап килеүен дә осраҡлы күренеш түгел тип баһаланы. Улар барыһы ла бәйле, халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын, рухи бөйөклөгөн сағылдыра. Әгәр йәмғиәтебеҙ һүҙ көсө, әҙәбиәт аша тәрбиәләнмәһә, азатлыҡ яулай, һуғышта еңеүгә өлгәшә алмаҫ ине.
Секция ултырышында Мордва дәүләт педагогия институтынан Лариса Горбушина менән Светлана Горшенина, Сыуаш Республикаһынан ғалимә Галина Егорова ла ҡатнашып, туған телдең халыҡтар араһында татыулыҡ булдырыуҙа, йәш быуынды илһөйәр, рухлы итеп үҫтереүҙә һәм башҡа йәһәттән әһәмиәтен билдәләне. Әйтеүҙәренсә, уны уҡытыуҙа ҡатмарлыҡтар тыуып тора, әммә күп осраҡта педагогтарҙың тырыш хеҙмәте ярҙамында был сетерекле мәсьәләләр ваҡытында хәл ителеп килә. Беҙҙәге кеүек үк, дәүләт телен, туған телдәрҙе өйрәтеүҙә төрлө алымдар ҡулланыла. Халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, йолаларына мөрәжәғәт итеү айырыуса ҙур һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеген бирә икән.
Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиеваның, абруйлы профессор Мирас Иҙелбаевтың сығыштары иһә республикабыҙҙа телдәрҙе уҡытыу йәһәтенән ҡаҙаныштарҙы сағылдырҙы, ошо юлда туҡтап ҡалмай, алға барыу мөһимлегенә инандырҙы.




Вернуться назад