Үҙ-ара килешеп эшләү мөһим12.12.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Рәсәй Феде­рацияһы Закон сығарыусылары советы президиумы ултырышында ҡатнашты.

Кәңәшмәне Дәүләт Думаһы Рәйесе Сергей Нарышкин алып барҙы. Президиум ағзалары 2015 йылда Рәсәй ҡануниәтенең торошо тураһында отчетты әҙерләү хаҡындағы белдереүҙе тыңланы. Билдәләнеүенсә, унда Рәсәй һәм төбәк ҡануниәтенә ҡағылышлы бүлектәр индереләсәк. Илебеҙҙең тышҡы сәйәси мәнфәғәттәрен тәьмин итерлек халыҡ-ара килешеүҙәргә айырым иғтибар бирелде. Документ киләһе йыл апрелдә тәҡдим ителеп, Рәсәй парламентаризмы көнөнә арналасаҡ.
Ултырышта шулай уҡ Закон сығарыусылар советының, Президиумдың эш йомғаҡтары ҡаралды. Үткәрелгән мөһим саралар, эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре билдәләнде.
— Рәсәй закондарына бәйле эштә федераль һәм төбәк парламенттарының тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеген яйға һалыу, Закон сығарыусылар советы эшмәкәрлегенең әһәмиәтен арттырыу тураһындағы фекерҙәр әйтелде. Был айырыуса ҡыуаныслы, — тине Константин Толкачев.



Вернуться назад