“Көслө тойғолар түгел, ә тыныс тәбиғәт оҡшай”12.12.2015
“Көслө тойғолар түгел, ә тыныс тәбиғәт оҡшай” Күренекле урыҫ һәм совет рәссамы, яҡташыбыҙ Михаил Нестеров үҙенең ижади ҡараштары тураһында шулай тип әйткән. Кисә Өфөләге уның исемен йөрөткән музейҙа ошо талант эйәһенә һәйкәл асыу тантанаһы булды.

– Барлыҡ донъя сәнғәтендә киң билдәле булған был данлыҡлы шәхес тыуған яғыбыҙ өсөн күпте эшләне, – тине һәйкәл асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Уға һәйкәл ҡуйыу Өфө зыялыларының күптәнге хыялы ине. Һәм ул бөгөн килеп тормошҡа ашты.
Рәссам, график һәм монументалист, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың скульптура композицияһын эшләү бик оҙаҡ ваҡытты алған. Уның авторҙарының береһе Николай Калинушкин, мәҫәлән, яҡты донъяла юҡ инде. Һәйкәлде ижад итеүселәрҙән Фирдант Нуриәхмәтов менән Владимир Лобанов тантанаға йыйылғандарҙы был сәнғәт әҫәрен эшләүҙең ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырып, хыялды бойомға ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Һәйкәл республика Башлығы гранты иҫәбенә булдырылғайны.
...Музей ихатаһына инеү менән беҙҙе хәҙер бөйөк рәссамдың мәғрур һыны ҡаршы ала: ҡарашы борсоулы һәм уйсан, һул ҡулына палитраһын ныҡ ҡыҫып тотҡан... Бумала тотҡан уң ҡулы, киреһенсә, нимәгәлер икеләнгәнгә ишаралай кеүек... Ижадсыны нимәлер ҡәнәғәтләндермәй, әҫәренең ҡайһы урынын камил­лаштырырға кәрәклеген белмәй аҙапланалыр һымаҡ...
Ошо көндәрҙә Өфөлә барған Евразия гуманистик форумына тура килтереп асылған был һәйкәл баш ҡалабыҙҙың сираттағы матур биҙәгенә әүерелде. Сәнғәт әһелдәре уны ҡаланың мәҙәни-тарихи йөҙөн тергеҙеүҙәге бер аҙым итеп ҡабул итә.




Вернуться назад