Берҙәм йортта бәрәкәт бар12.12.2015
Берҙәм йортта бәрәкәт бар Дүрт көндә биш халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция, шул иҫәптән Аҡмулла, Аитов, Гумилев уҡыуҙары, өс дискуссия майҙансығы, фекер алышыу клубы һәм 25 секция ултырышы... Бынан тыш, үҙенсәлекле күргәҙмәләр һәм “Көмөш Аҡбуҙат” II халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале... Һәм барыһы ла бер маҡсаттан — илһөйәрлек һәм толерантлыҡ мәсьәләләрен өйрәнеү, милләт-ара тыныслыҡ һәм туған телдәрҙе һаҡлау проблемаларын барлау, дәүләт һәм йәмғиәт үҫешенең тарихи-философик аспекттарын билдәләү, мәғрифәтселек традицияларын тикшереү. Әле бер сараның да былай киң ойошторолғанын хәтерләмәйем. Евразия гуманистик форумы беренсегә үтһә лә, берәгәйле булды.
Евразия гуманистик форумы — үҙенсәлекле сара. Был ваҡиға — Рәсәйҙең ШОС-тағы рәйеслеге осоронда уҙғарылған сараларҙың һуңғыһы. Йыйында Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстандан һәм Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе ике мең самаһы вәкил ҡатнашты.
— Форумдың девизын үҙебеҙ өсөн былай тип билдәләнек: гуманизм — ул тәү сиратта кешелеккә һәм уға бәйле тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы мөнәсәбәт. Евразия гуманистик форумы иһә — дөйөм кешелек ҡим­мәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында фекер алышыу майҙансығы ла. Сара бөгөн­гөләй форматта тәүгә ойошторола, ә уның ҡатнашыусылары — политологтар, социологтар, медицина, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Хәйер, бындай сос­тавта йыйы­лы­уыбыҙ юҡҡа түгел, бергәләп хәл итә­һе мәсьәләләр, йүнәлештәр, һорау­ҙар бихисап, — тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Әлбиттә, был форум тамам­ла­ныуҙың иртәгәһенә үк йәмғиәтебеҙ киҫкен үҙгәреш кисерәсәк тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа сараның бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңлауға, халыҡ-ара бәйләнештәрҙең көйләнеүенә, аңыбыҙҙың сафланыуына йоғон­тоһо булыр тип ышанабыҙ һәм был, һис шикһеҙ, шулай булырға тейеш тә. Һәр хәлдә, ошоғаса бер нисә тармаҡ белгестәрен берләштергән халыҡ-ара сараларҙың ойошто­ролғаны юҡ ине әле. Күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә тип баһалай бындай башланғысты белгестәр. Сөнки — илһөйәрлек, толерантлыҡ мәсьәлә­ләре, милләт-ара татыулыҡ, туған телдәрҙе һаҡлау проблемалары, дәүләт һәм йәмғиәт үҫешенең тарихи-философик аспекттары бер уҡы­тыусыларҙың йәки фән эшмә­кәр­ҙәренең генә баш бәләһе түгел. Дөйөм кешелеккә хас был. Шуға ла форумдың ауазы бер тармаҡта булмаһа, икенсеһендә ишетелеренә шикләнмәйбеҙ.
Әйткәндәй, сараның нәҡ Өфөлә ойошторолоуы ла юҡҡа түгел. Башҡортостанда 162 милләт вәкиле татыулыҡта һәм берҙәмлектә йә­шәй. Ә был үҙе үк – илһөйәр, гуманлы шәхестәр тәрбиәләү мәктәбе, гуманизмдың сағыу өлгөһө, тип баһаланы сарала ҡатнашыусылар.





Рөстәм МӘРҘӘНОВ,
Башҡортостан Хөкүмәте
Премьер-министры:

— Беҙгә, Башҡортостан халҡына, Шанхай рухы, уның принциптары һәм ҡиммәттәре бик яҡын. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендәге дәүләт-ара бәйләнеш бер-береңә ышаныс, үҙ-ара файҙа, тигеҙлек, төрлө мәҙәниәттәрҙе хөрмәтләү һәм берлектәге үҫешкә ынтылыу билдәһе ул.

Жазира АБДЫХАЛЫҠОВА,
Л.Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты доценты,
Ҡаҙағстан:

— Хеҙмәттәшлекте көсәйтергә кәрәк. Һеҙҙең уҡытыусыларығыҙ — беҙгә, беҙҙекеләр һеҙгә килһендәр. Нәҡ ошо йүнәлеште үҫтереү зарур. Студенттар килә ул, магистрҙар ҙа белемен камиллаштырып ҡайта, ә уҡытыусылар — юҡ. Ғөмүмән, беҙҙә кадрҙарға ҡытлыҡ үҙен һиҙҙертә, шуға ла был йәһәттән дә тәжрибә уртаҡлашыу ҡамасау булмаясаҡ.

Василий ЛИХАЧЕВ,
Дәүләт Думаһы депутаты:

— Бөгөнгө хәл-ваҡиғалар алдыбыҙға мөһим бурыстар ҡуя. Яңы логистика ойоштороу, халыҡ-ара кимәлдәге проблемаларға заманса ҡарау һәм “Халыҡ-ара берләшмә артабан нисек булыр?” тигән һорауға яуап биреү зарур. Өфөләге форум төрлө конфессия вәкилдәренең, сәйәси ҡараштарҙың һәм көстәрҙең, тыныслыҡ өсөн яуаплы кешеләрҙең осрашыу урыны булды. Киләсәктә лә был майҙансыҡ эшмәкәрлеген туҡтатмаһын ине. Өфөнө беҙ артабан да Евразия берләшмәһенең үҙәге итеп күрергә теләйбеҙ.

Чжоу ГУЙЦЗЮНЬ,
профессор, Ҡытай:

— Бөгөнгө ҡапма-ҡаршылыҡлы тормошта мәҙәниәтте һәм мәғариф системаһын бергә үҫтереү зарур. Был беҙҙе яҡынайтасаҡ, берләштерәсәк. Бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ аңлай башлаясаҡбыҙ, ә был тыныслыҡҡа, үҫешкә алып киләсәк.


Вернуться назад