Ҡышҡы “һунар”ға нимә кәрәк?12.12.2015
Ҡышҡы “һунар”ға нимә кәрәк? Мәкенән балыҡ ҡаптырыу йәйге ҡармаҡлауҙан ныҡ айырыла. Шуға күрә лә ҡыш ҡорамалдарҙың башҡа төрлөһөн һайларға кәрәк. Үҙең эшләп алһаң да була.
Мәҫәлән, ҡулланылған ҡармаҡтың әһәмиәте ифрат ҙур. Уның ҡулдан эшләнгәне һәйбәтерәк. Бының өсөн 40 – 60 сантиметр оҙонлоғондағы нәҙек тал йәки муйыл сыбығына тимер сымдан ырғаҡтар ҡуяһың да ебеңде шуға урайһың. Ағастың осона пружина ҡуйырға мөмкин. Ептең оҙонлоғо 10 метр тирәһе булһын.
Ҡалҡыуысҡа ҡармаҡлайһың икән, уны һыуға батыра биреберәк тоторға кәрәк: һыуыҡта боҙ менән ҡапланмаясаҡ.
Ҡышҡы “һунар”ға нимә кәрәк?Ҡышҡыһын күберәк мормышкаға, йәғни ялтырауыҡлы ҡармаҡ сыбығына тоталар. Был осраҡта нәҙек еп ҡулланығыҙ, ҡармаҡтың 2,5 – 3 һанлыһын һайлағыҙ. Селәүсен, ҡарышлауыҡ ҡуйып та, буш көйөнсә лә ҡармаҡларға мөмкин. Ҡышҡы “һунар” өсөн “шайтан”, “кәзә”, “ҡуңыҙ” тип исемләнгән мормышкалар отошло. Әгәр улар юҡ икән, ҡыҫҡа һаплы ябай ҡармаҡ та ҡулланырға була. Мормышканы һәр ваҡыт тирбәтеп торорға кәрәк. Пружинаһы балыҡтың эләгеүе тураһында хәбәр итер.


Вернуться назад