Вәт, әй!12.12.2015
Вәт, әй! Пиранья
“Пиранья” һүҙенең тамыры тупи һиндтарының теленә барып тоташа: “пира” – балыҡ, “ранья” — бысҡы. Йыртҡыс холоҡло был балыҡтар Көньяҡ Америка һәм Амазонканың сөсө һыулы ятҡылыҡтарында йәшәй. Оҙонлоғо 30 сантиметрға етә. Иң ҡурҡыныс ҡоралы – бәке һымаҡ үткер тештәре. Яңаҡтары менән бер ниндәй ауырлыҡһыҙ кеше бармағы йыуанлығындағы сыбыҡтарҙы ла өҙә ала.
Пираньяларҙы хәҙер аквариумдарҙа йыш осратырға мөмкин. Уларҙың йыртҡыслығы кәмеһә лә, тешләүе ихтимал. Ҡулығыҙҙа бөтәшмәгән яра йәки ҡан тамсыһы булһа, асыуы айырыуса ҡайнап китә. Шул уҡ ваҡытта пираньялар ифрат ҡурҡаҡ, шуға күрә улар аквариумдың ҡараңғыраҡ яғын ярата.

Вәт, әй!Терпе балыҡ
Уның ағыуы үлемесле. Бауырында, йомортҡалығында, ашҡаҙанында һәм тиреһендә тетродотоксин бар. Был матдә мейегә тәьҫир итһә, кеше үлә йәки уны фалиж һуға. Терпе балыҡты шуға күрә ашамайҙар. Ул океандарҙа һәм тропик диңгеҙҙәрҙә киң таралған. Ҡурҡыныс хәл килеп тыуһа, һыу йотоп ҙурая ла шарға әйләнә.

Вәт, әй!Ҡаплы медуза
Ҡаплы медуза йәки диңгеҙ һағыҙағы — донъялағы иң ҡурҡыныс заттарҙың береһе. Уның ағыуынан кешенең өс минутта үлеүе ихтимал. Тымыҡ океандың тропик райондарында, Австралияның яр буйы һыуҙарында тереклек итә. Аҡһыл-зәңгәр төҫтә булғанлыҡтан, йөҙөүселәр уны тиҙ генә күреп бармай.
Кеше ағыуланһа, ярҙам алып өлгөрә алмай, сөнки йөрәге өс-дүрт минуттан уҡ туҡтай.

Вәт, әй!Пайяра
Пайяра йәки скумбрия-гидролик — ҡан эсеүсе балыҡ, хатта пираньянан да ҡурҡынысыраҡ. Оҙонлоғо бер метрҙан ашыу. “Эт балыҡ” тип тә йөрөтәләр үҙен.
Пайяра Көньяҡ Американың сөсө һыулы ятҡылыҡтарында тереклек итә, Венесуэла йылғаларында айырыуса күп. Йән эйәләренең барыһын да ашай. Кешегә генә ҡурҡыныс тыуҙырып ҡалмай, хатта пираньяларға ла ташлана.


Вернуться назад