Файҙаһынан зыяны күп12.12.2015
2011 йылда Венгрия ғалимы Энди Мур балыҡсылар өсөн әүҙем биологик матдә – феромондар – уйлап тапҡан. Уны ҡулланғанда, табыш 500 процентҡа арта! Тимәк, йылға буйынан бер ваҡытта ла буш ҡул менән ҡайтмаясаҡһың. Хаҡы ла әллә ни ҡыйбат түгел: 1 390 һум.
Яңы биологик матдә Рәсәй баҙарына ағымдағы йыл башында килеп инде. Табышты үҙенсәлекле көс менән үҙенә тартҡан ҡушылма ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙҙекеләрҙең дә күңелен яулап өлгөрҙө. Хатта уға балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән ҙур ойошмалар ҙа иғтибар итте.
Ләкин миҙалдың ике яғы булғандай, беҙҙең экологтар матдәнең зыянын да дәлилләгән. Һөҙөмтәлә Рәсәй Хөкүмәте 15 июлдә уны ҡулланыуҙы закон менән тыйҙы.