“Бына ошо-о-ондай тоттом!”12.12.2015
“Бына ошо-о-ондай тоттом!” Ниндәй генә балыҡсы ҙур табыш алырға теләмәй икән? Был – күптәрҙең хыялы. Ҡайһыларының “бәхете” ярға еткәс кенә ҡармаҡтан ысҡынып ҡаса… Унан китә төрлө хәбәр, имеш-мимеш, арттырып һөйләү. “Балыҡсының ярты һүҙенә ышан” тигән һүҙ шунан килеп сыҡҡандыр ҙа. Ҡайҙа күпме ауырлыҡтағы балыҡ тотолғаны хаҡында дөрөҫ мәғлүмәттәр ҙә бар. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Ҡорман. Оҙонлоғо бер метрға, ауырлығы алты килограмға етә. Финляндияла иһә 11, 55 килограмлыҡ ҡорман эләккән.
Ҡарабалыҡ. Иң яй үҫкән балыҡ. Киев янындағы бер йылғала 7 килограмм 580 грамм ауырлы­ғындағыһы эләккән.
“Бына ошо-о-ондай тоттом!”Сабаҡ. Беҙҙең яҡта был балыҡ 600 грамм самаһына тиклем үҫә. Ә Германияла уның 2 килограмм 580 грамм ауырлыҡтағыһын тотҡандар.
Суртан. Онега күлендә уның 65 килограмлығы эләккән.
Йәйен. Ул – йыртҡыс балыҡтарҙың иң ҙуры, киң йылғаларҙы үҙ итә. Үзбәкстанда бер мәл 432 килограмлыҡ йәйен тотолған.
“Бына ошо-о-ондай тоттом!”Һаҙан. Тәбиғи һыу ятҡылыҡ­тарында был балыҡ 30 килограмға етә. Шулай ҙа бер мәл уның 37,3 кило тартҡаны тотолған. Оҙонлоғо иһә 1 метр 15 сантиметр булған.
Табан балыҡ. Беҙҙең күлдәрҙә 1-1,5 килограмлыҡтар йәшәй. Сит тарафтағы бер күлдә уның 5,5 килолығын тотҡандар.
Ажау. Оҙонлоғо – 80 сантиметр, ауырлығы – һигеҙ килограмм.
“Бына ошо-о-ондай тоттом!”Опто. Белоруссияла 70 сантиметр оҙонлоҡтағы, ауырлығы һигеҙ килограмм тартҡан ошондай балыҡ тотолған.
Тағы ла ҡылыс балыҡтың – 3,5, күстерәнең – 1,25, ҡыҙыл­ға­наттың 2,15 килограмлығы, күкендең 25 сантиметр оҙонлоҡ­тағыһы эләккән.


Вернуться назад