“Ҡайтам әле, ҡайтам тыуған яҡҡа…”12.12.2015
“Ҡайтам әле, ҡайтам тыуған яҡҡа…” Билдәле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Хәйҙәр Тапаҡов Әҙәбиәт йылы һәм үҙенең 60 йәшлек юбилейы уңайынан ауылдаштарының саҡырыуы буйынса Йылайыр районының Һабыр ауылына ҡайтты.

Көтөп алынған ҡунаҡты, көн боҙолоп тороуға ҡарамаҫтан, ауыл ҡапҡаһына уҡ сығып ҡаршы алдылар. Яҙыусының холҡон, тәү сиратта бараһы ерен белеп бөткән ауылдашта­ры: был юлы ла Хәйҙәр Та­паҡов сәфәрен әсәһенең ҡә­беренә тере сәскәләр һалыуҙан башланы. Ауыл хакимиәте башлығы Илшат Солтанов уны ауыл хәле менән таныштырҙы. Хәйер, яҙыусыға нимә күрһәтәһең инде, ул былай ҙа йәнтөйәгенә йыш ҡайта. Уныңса әйткәндә, йәненә йылылыҡ, яҡтылыҡ, ҡот алып китә, юлы төшмәгән осраҡта көн һайын тиерлек шылтыратып хәл-әхүәл белешә.
Тәүҙә ике йыл элек төҙөлгән балалар баҡсаһына керҙеләр. Уның да үҙенә күрә кескәй генә тарихы бар. “Ҡайтайым ауылыма” телевизион тапшырыуын төшөргән мәлдә бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, балалар баҡсаһы­ның ғәҙәти ағас йортта урынлашыуы, күп балаларҙың унда йөрөй алмай сиратта тороуы хаҡында әйтеп, яҙыусы­нан ошо йомошто ыңғай хәл итеүҙе үтен­гәйне. Үтенес шунда уҡ район хакимиәте башлығы Илгиз Фәт­ҡуллинға еткерелеп, тиҙ арала мәсьәлә ыңғай хәл ителде лә.
Бөгөн балалар баҡсаһы заман шарттарына яуап биргән иркен, йылы, яҡты бинала урынлашҡан. “30 бала йөрөгән, заманса технологиялар менән йыһазландырылған бындай балалар баҡсаһы районда ғына түгел, республикала ла һирәк­тер”, — тип үҙенең ҡыуанысы ме­нән уртаҡлашты мөдир Гөл­сөм Дилмөхәмәтова. Кескәйҙәр ҙә Хәйҙәр олатайҙарын әллә ҡайҙан танып тора, барып инеү менән уны уратып алып, сиратлап ҡулға күтәрттереп, шиғырҙарын һөйләп ишеттер­ҙе, һөнәрҙәрен күрһәтте, инселәп килтерелгән күстәнәс тәм-томдан ауыҙ итте.
Ҡунаҡ шулай уҡ ҡасандыр үҙе эшләп киткән фельдшер­лыҡ пунктын да ҡараны, аҡ халатлы коллегаларының хәлен белде. Урта мәктәптә иһә яңылыҡтар, хеҙмәт шарттары менән танышты. Хәйҙәр Тапа­ҡов бына унынсы йыл рәттән ижад менән шөғөл­ләнгән, мәктәптең йәмә­ғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыға үҙенең премияһын даими тапшыра килә. Был юлы ла мәктәп директоры Рөстәм Дилмөхә­мәтов менән әңгәмә­ләш­кән саҡта бүләктең күләмен ике тапҡырға арттырасағы хаҡында еткерҙе: “Балалар тырышып уҡыһын, лайыҡлы алмаш үҫһен өсөн ҡулдан кил­гәндең барыһын да эшләйә­сәк­мен”, — тине ул.
Ә кис ауыл клубы халыҡ менән шығырым тулы ине инде, ошонда уҡ китап һатыу бара, сәхнәгә яҡын ерҙә яҙыусының тормош юлына, ижадына ба­ғыш­ланған бай күргәҙмә ҡуйыл­ған. Яҙыусы әлеге мәлдә 20-нән ашыу повесть, бихисап хикә­йә авторы, улар туғыҙ китапта тупланған, шуларҙың берәүһе — балалар өсөн яҙылған шиғырҙар китабы, икенсеһе — ике телдәге публицистика. Иң әүҙем ижад иткән яҙыусыларҙың береһе­нең халыҡсан тел менән яҙылған уҡымлы хикәйәләре гәзит-журналдарҙа даими баҫыла килә. Киләһе китабығыҙ ҡасан сыға, тигән һорауға ул, был үҙмаҡсат түгел, тәү сиратта ижадты һүрелдермәү мөһим, тип яуап бирҙе. Әйткәндәре менән килешмәү мөмкин түгел.
Һәр мәлде иҫәпкә алған сараны ойоштороусылар: бер фотоһүрәттә яҙыусының “Йыл уҡытыусыһы” ярышында Гран-при яулап наградаға лайыҡ булыуы тотоп алынһа, икенсе­һен­дә ул Мәскәүҙә үткәрелгән мәртәбәле йыйында ҙур аудитория алдында сығыш яһай, өсөнсөһөндә аҡ халат кейеп ауырыуҙы ҡабул итә, дүртенсе­һендә уҡыусыларына дәрес бирә. Бишенсеһендә ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе сағында ауылдаштарын йыйып, көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙе хәл итә, алтынсыһында инде баш мөхәррир өҫтәле артында яңы сығып килгән гәзит битен уҡый… Күп яҡлы һөнәр эйәһе ул Хәйҙәр Тапаҡов, ҡайҙа ғына эшләмәгән дә, ҡайҙа ғына тирен түкмәгән.
Тамашасылар залында төр­лө яҡтан килгән ҡунаҡтар күп ине: хәйбуллалар, баймаҡ­тар, дүртөйлөләр. Ауыл хакимиәте башлығы И. Солтанов махсус заказ менән елән тектереп, түбәтәй эшләткән икән. Дәррәү ҡул сабыуҙар оҙатыуында ул аҫыл кейемде яҙыусының яурынына һалды, сараны ойоштороусы, матди яҡтан тәьмин итеүсе С. Солтанғужин ат йүгәнен тотторҙо, кейәүе, билдәле һәүәҫкәр композитор Д. Солтанов үҙе ижад иткән йырҙы яңғыратты.
Халҡыбыҙҙа “Ҡунаҡ ашы — ҡара ҡаршы” тигән тапҡыр мәҡәл бар. Хәйҙәр Ниғәмәт улы ла Әҙәбиәт йылын иҫәпкә алып, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғариповтың, Назар Нәжмиҙең, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның китап-альбомдарын, үҙенең сираттағы йыйынтығын ауыл китапханаһына тапшырҙы, бынан тыш, ауылдаштарын тантаналы мәлдәре, юбилейҙары менән ҡотлап, бүләктәр бирҙе, йылы, ихлас тәбрикләүҙәрен еткерҙе. Ә инде ауылдың иң оло кешеләренең береһе Маһисара Атанғоловаға яҙыусының ҡатыны Вәсилә Фәйзулла ҡыҙы яулыҡ япты. Күтәрмәләүҙәрҙән илһамлан­ған Хәйҙәр Тапаҡовтың әйткән­дәре лә тәрән мәғәнәгә эйә: “Ауылдаштар, яҡташтар! Бөгөн мине тура мәғәнәһендә баштан-аяҡ кейендерҙегеҙ, “серетеп” байытып ташланығыҙ, толпарға атландырҙығыҙ, иллә миңә бүләгегеҙҙән бигерәк үҙегеҙ ҡәҙерле. Ижадымды, үҙемде һанлап кисәгә килгәнегеҙ, ҡатнашҡанығыҙ өсөн бөтә йөрәктән рәхмәт һеҙгә. Тапшырылған ат йүгәнен теләп ҡабул итәм, тик уға ҡул тейҙерергә, ҡулланырға баҙнат итмәйем. Әйҙә, һеҙ бүләк иткән толпар оҙаҡ йылдар дауамында тыуған ҡырҙарымда иркен тибендә йөрөп ятһын, мине ижадҡа, яңы үрҙәргә илһам­ландырһын…”
Ижад кисәһен Башҡор­т­остан­дың атҡаҙанған мәҙәни­әт хеҙмәткәре, танылған йырсы Рәмил Туйсин, Сибай филар­монияһы баянсыһы Дим Шәрәфиев, район мәҙәниәт йортонан һәүәҫкәр артистар йәмләне, яҙыусы әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтелде, шиғырҙар уҡылды. Тирә-яҡта киң билдәле, халыҡ ансамбле исемен йөрөткән “Душауай” ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөнөң ут сәсрәтеп әйткән таҡмаҡтары бигерәк тә хәтерҙә ҡалды.
Иң аҙаҡ Хәйҙәр Тапаҡовтың “Ҡайтам әле, ҡайтам тыуған яҡҡа…” шиғырын мәҙәниәт йорто методисы Гөлдәр Ҡаҙнабаева аһәңле итеп уҡып ишеттерҙе. Ул ошо сараның лейтмотивы булып яңғыраны.



Вернуться назад