“Мин — киң күңелле хужа. Ҡунаҡтар килһә, уларҙың сынаяҡтарына мөлдөрәмә тулғансы сәй ҡоям. Шәкәр һала алмаҫлыҡ итеп”.
***
“Һаман аңлай алмайым: ауыртыуҙы баҫа торған дарыу минең ҡайһы ерем яфалағанын нисек белә икән?”
***
Бала табыу йортонда ике шәфҡәт туташы һөйләшә:
– Кем унда шул тиклем үкереп илай? Бөгөн тыуған өс игеҙәкме әллә?
– Юҡ, уларҙың атаһы...
***
– Ой, һөйөклөм, йәш сағымда мин шул тиклем ахмаҡ булғанмын!
– Ҡайғырма, һин әле лә йәш күренәһең...
***
Ике ҡатын һөйләшә:
– Ирең һиңә бәхет килтерҙеме?
– Эйе. Бөтөнләйгә киткән сағында...
***
Бер ир балыҡҡа йыйына. Араҡы тултырып, сығырға йүнәлә.
Ҡатыны:
– Ҡармағыңды алманың бит!
– Кәрәкмәй. Юғалтып ҡуйырмын...
***
Әгәр дәүләт милкен урлаусыларҙың, ришүәт алыусыларҙың йортонда тентеү үткәрһәк, ил бер көн эсендә көрсөктән сығыр ине...
***
– Торна алып килгән бала кәбеҫтәнән табылғанынан нимәһе менән айырыла?
– Тәүгеләре – бөркөт, икенселәре кәзә була.
***
Ирҙәргә ике генә нәмә кәрәк: ҡатындар һәм ҡатындарҙан ял.
***
“Йәшегеҙ хафаландыра икән, долларға әйләндереп ҡарағыҙ... Уларҙың ниндәй әҙ булыуын аңларһығыҙ”.
***
Парадокс: ҡартайған кешенең күҙе насарая, ләкин ул күберәкте күрә...
***
Ике дуҫ донъя хәлдәрен тикшерә.
– Нисек уйлайһың, иҡтисад көрсөккә терәлгәнгә кем ғәйепле: түрәләрме, әллә олигархтармы?
– Бисәләр. Барыһын да улар тыуҙыра.
***
Ике уҙаман һөйләшә.
– Бала саҡтағы берәй хыялың тормошҡа аштымы?
– Эйе! Сәсемдән тартһалар, ялтас булырға хыялландым...
С. НӘЗИРОВ йыйҙы.