Енәйәтсе ҡаса алманы02.03.2012
Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбендә белем алыусы Ринат Ғәлиев менән Данил Мачихин, ҡурҡыныс енәйәтсене тотоуҙа ярҙам итеп, Башҡортостан Эске эштәр министрлығының бүләгенә лайыҡ булды.
Спорт менән шөғөлләнеүсе егеттәр кискә ҡарай “Атлант” үҫмерҙәр клубынан ҡайтырға сыға. Оҙаҡ та үтмәй, улар янына ике полиция хеҙмәткәре килеп: “Ете йәштәр тирәһендәге ҡыҙҙы етәкләгән ир күренмәнеме?” — тип енәйәтсене тасуирлап бирә. Данил менән Ринат шикле кеше осратмауҙарын әйтә.
Бер аҙҙан егеттәр киоск янына туҡтала. Шул саҡ ҡапыл бая һүрәтләнгән ирҙе һәм ҡыҙҙы абайлап ҡалып, тиҙ генә полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итәләр. Ир ҡыҙыҡайҙы ситкә этеп ебәрә лә ҡаса башлай. Данил менән Ринат енәйәтсене ҡыуа төшә. Улар, ирҙе тотоп, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе ебәрмәй тора.
Егеттәр ҡалалағы ҡурҡыныс енәйәтселәрҙең береһен тоторға ярҙам итә: үзбәк милләтле был әҙәм йораты, бәләкәс ҡыҙҙарҙы әүрәтеп алып китеп, яман эштәр ҡылған. Әле тикшереү бара. Енәйәтсене 12 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы көтә.
Сибай ҡалаһының ҡыйыу егеттәренә Өфөлә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ҡиммәтле бүләктәре тапшырылды.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад