Балалар китап уҡымай, тип ниндәй уҡытыусының зарланыуы ихтимал? Әгәр уҡыусыларҙың рухи талабын, заман һулышын яҡшы тоя икән, белем биреүсе улай тип әйтмәҫ, моғайын. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова Әҙәбиәт йылында яҙыусылар ижадын пропагандалауҙың яңы юлын тапҡан. Бәлки, тапҡан тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер, сөнки ул киң билдәле викторина алымын ҡулланып, милли мөхиттә, БСТ каналының “Алтын тирмә” тапшырыуы миҫалында тотош зал өсөн шиғыр дәресе ойошторҙо.Мәктәп уҡыусылары – “Абдулхаҡ вариҫтары” командаһы – ошо уҡ белем усағының уҡытыусылары – “Күктүбә”ләр — менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижады буйынса көс һынашты.
Башҡортостандың халыҡ артисы, телевидениелағы “Алтын тирмә”нең алыштырғыһыҙ алып барыусыһы Нәғим Нурғәлингә лайыҡлы алмаш үҫеп килә, тинек, Алмас Айытҡоловтың үҙен ышаныслы һәм бик мәртәбәле тотоуына ҡарап. Музыкаль пауза ваҡытында шулай уҡ мәктәп уҡыусыһы Әғләм Юлгилдин ҡурайҙа уйнап ебәргәйне, тамаша залының ултырғыстарына тиклем бейергә төшөп китә яҙҙы! Афарин, егет! Танылған йырсы Юнир Һағынбаев, Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына яҙылған йырҙар бүләк итеп, залдағыларға дәрт өҫтәне.
Ә инде викторина һорауҙарына килгәндә, бер ҡараһаң, улар ҡатмарлы ла һымаҡ, икенсе яҡтан – алдан билдәләнгән тема буйынса сараға әҙерләнгәндәр ҙә инде. Шуға күрә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев ижады менән, моғайын, ныҡлап танышырға өлгөргәндәрҙер, тигән ҡараш тыуҙы “Шағир ниндәй әҫәр өсөн Ғ. Сәләм исемендәге премияға лайыҡ булған?”, “Әҙиптең 1954 йылда донъя күргән “Йәшлек йыры” исемле китабына кем рецензияны яҙған?”, “Ҡасан халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған?” тигәндәргә яуап алып. Өс турҙа үткән ярышта 27-шәр мәрәй менән дуҫлыҡ еңде. Ә иң мөһиме – тотош зал әҙиптең ижады менән яҡындан танышты, биографияһынан күп мәғлүмәт алды. Әйткәндәй, шуныһы ҡыҙыҡлы: уҡыусылар Ш. Бабич менән М. Кәрим хаҡында ла яҡшы хәбәрҙар. Ә бына Ғ. Сәләмгә ҡағылышлы һорауҙарҙа башта баҙабыраҡ ҡалалар. Быныһы бер яҡтан аңлашыла ла кеүек, сөнки бөгөн һәр кемдең ауыҙында — Шәйехзада һәм Мостай ағай тигән исемдәр. Ә бит үҙ заманында, киреһенсә, Ғ. Сәләмде яҡшы белгәндәр, ә Ш. Бабичтың исемен дә әйтергә ярамаған. Ҡыуанысҡа, бөгөн әҙәбиәтте өйрәнеү даирәһе киң: китаптарҙан ғына түгел, матбуғат, Интернет, аудио һәм видеояҙмалар аша уҡыусылар әҙәбиәтте өйрәнә ала.
Сарала З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова уҡыусыларға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итте. Тапҡыр яуап биреүселәр китап менән бүләкләнде. Шулар араһында Лидия Динмөхәмәтованы айырым билдәләге килә. Шул уҡ көндә “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ул бына нимә тип яҙҙы: “Был сара бик матур, фәһемле үтте. Абдулхаҡ Игебаев ижады буйынса, ғөмүмән, яҙыусылар хаҡында яңы мәғлүмәт алдыҡ, белемебеҙҙе тағы ла нығыраҡ арттырҙыҡ! Ойоштороусы Римма Мирсәйет ҡыҙына, барлыҡ уҡытыусыларға, ҡунаҡтарға ысын күңелдән ҙур рәхмәт! Әлегә беҙ уҡыусылар ғына, алда беҙҙе яңы үрҙәр, еңеүҙәр көтә! Сөнки барыһы ла тик үҙебеҙҙән тора!” Тик компьютерыңа башҡортса шрифт ҡуйып ал, Лидия. Күптән бөтә донъя үҙебеҙҙең яҙманан файҙалана бит!
Кисәне әҙерләгәндә ҡыҙҙарға һәм малайҙарға әҙәби сығанаҡтар менән ярҙам иткән китапханасы Рәфисә Бикҡолова уҡыусыларҙың зирәклегенә һоҡланыуын йәшермәне.
Әйткәндәй, сараның заманса ойошторолоуы, мәғлүмәтле булыуы хаҡында халыҡ шағиры Абдулхаҡ ағай Игебаевтың үҙенә еткерҙем. Әлбиттә, ул сикһеҙ ҡыуанды һәм иң әүҙемдәргә бүләккә ҡултамғаһы ҡуйылған китап вәғәҙә итте. Йәдкәр ошо көндәрҙә хужаларын табыр, көтөгөҙ!