Сама бел, ярһыма11.12.2015
– Бер кеше үҙ өйөнөң ҡыйығына ҡоролма урынлаштырып, тотош ауылға дини аудиояҙмалар яңғырата. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Р. ХАЛИҠОВ.

– Бисмил­ләһир-рахмәнир-рахим!
Исламда, әл-хәмдү лил-ләһ, йәмғиәт, ғаилә, балалар менән мөнәсәбәт бик юғары дәрәжәлә бәйән ителгән. Һәр төрлө аңлатыу эше сабыр, күркәм рәүештә алып барылырға тейеш. “Диндә көсләү юҡ”, тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.
Һәр диндар, әлбиттә, үҙ динен таратырға тырыша. Был – тәбиғи хәл. Ләкин был ғәмәлде башҡаларҙы ҡурҡытыу, хафаға һалыу, тиҙ арала һөҙөмтәгә өлгәшеү маҡсатында башҡарырға ярамай. Юғиһә бөтөнләй киреһенсә килеп сығыуы бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм заманында ла Ислам нигеҙҙәре күркәмлек, сабырлыҡ менән аңлатылған. Диндарҙар өгөт-нәсихәт биреп кенә ҡалмаған, ә хаҡ юлды үҙенең тормошо миҫалында күрһәткән. Ысын мосолман ниндәй була? Раббыбыҙ ҡушҡаны буйынса йәшәүҙең асылы ниҙә? Тормоштоң мәғәнәһе нимәгә ҡайтып ҡала? Кешеләр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты диндарҙың йәшәү рәүешенә, эшмәкәрлегенә ҡарап ала. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тел түгел, ә хеҙмәт алдан йөрөргә тейеш. Был, әлбиттә, бөгөнгө имамдарыбыҙға ла туранан-тура ҡағыла. Әгәр ҙә ки араларынан кемеһелер, мәҫәлән, һөйләүгә оҫта, әммә эшкә һәлкәүерәк икән, халыҡ уның һүҙҙәрен ысынға алмаҫ, артынан эйәрмәҫ.
Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, динде аңлатыу юлдары күбәйә, майҙан киңәйә: мәсеттәр төҙөлә, имамдар ғилем туплай, китаптар донъя күрә, гәзит-журналдар, радио-телевидение рухи ҡиммәтебеҙҙең тормоштағы әһәмиәтен төшөндөрә. Эш ошолай тейешле кимәлдә алып барылған мәлдә ҡайһы бер айырым ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ белдеге менән аңлатыуға тотоноуы дөрөҫ түгел. Һәр урында сама булыуы мөһим. Ашҡа ла тоҙ үҙ миҡдарында ғына һалына бит. Әгәр ҙә ки күберәк йә әҙерәк икән, ризыҡтың тәме боҙола. Шуның шикелле дин нигеҙҙәрен дә сама белеп, ҡабаланмай, ярһымай, сабырлыҡ менән аңлатырға тейешбеҙ. Был хәҡиҡәтте “Ҡөрьән Кәрим”дең барлыҡҡа килеү тарихында ла күрәбеҙ. Мәғлүм ки, изге китабыбыҙ Пәйғәмбәребеҙҙең күңеленә 23 йыл дауамында индерелгән. Ундағы тәүге аят-кәримәләрҙә изгелек һәм яуызлыҡ, сауап һәм гонаһ, йәннәт һәм йәһәннәм бар тип әкренләп аңлатыла килә. Унан, әҙәм балаһының күңелендә Исламға ҡарата һөйөү уятылғас ҡына, әкренләп хөкөм аяттары индерелә башлай.
Аңлатыу эшендә ҡабаланыу ярамағанлығы билдәле хикәйәттә лә тәҡрарлана. Пәйғәмбәребеҙ бер сәхәбәне Йәмәнгә ебәргән ваҡытта унан кешеләрҙе иң тәүҙә Аллаһ Тәғәләнең берлегенә өйрәтергә ҡуша. Унан, ҡабул ҡылһалар, намаҙҙың нигеҙен төшөндөрөүен һорай. Артабан ураҙаны, зәҡәтте, хажды... Өйрәт, ти Пәйғәмбәребеҙ, әммә был эштең башҡарылыу ваҡытын билдәләмәй.
Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, динде аңлатыу йәһәтенән ҡабаланыу, тиҙ арала һөҙөмтәгә өлгәшергә ынтылыу хаҡ түгел. Ризыҡты ла кәрәгенсә генә ҡулланабыҙ бит: бер юлы күп итеп ашау организмға зарар килтерә. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә дингә әйҙәүҙә алтын урталыҡты табырға, сабыр булырға насип ҡылһын, иншаллаһ. “Иманға күркәм вәғәз менән саҡырығыҙ”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад