Ҡаҙаныңа ни төшөрһәң...11.12.2015
Яҡшы мөмкинлек тыуҙы:
Изге ғәмәл ҡылайыҡ,
Яуызлыҡты иман менән
Ныҡлы ҡаплап ҡуяйыҡ.
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиҙәр...
Шатланырға урын бар:
Өҫтәл тулы – төрлө ниғмәт,
Ни теләһәң, шуны ал.
Йәштәргә: “Хөрмәтләгеҙ, – тим, –
Ҡарт-ҡороларҙы ҙурлап.
Олоғайыу бер кемде лә
Һис ҡасан уҙмаҫ урап.
Ҡәҙерлә ата-инәңде,
Әйтер һүҙем шул булыр:
Ҡаҙаныңа ни төшөрһәң,
Ҡалағыңа шул сығыр”.