“Үҙгәртеп ҡороусы”лар шик тыуҙыра02.03.2012
Салауат ҡалаһында йәйҙән алып бер ойошманың иғландары күбәйҙе. Төҫлө ҡағыҙға баҫылған саҡырыуҙар бағаналарға эленә, йәмәғәт урындарында, юғары уҡыу йорттарында ҡалдырыла.
Ҡағыҙҙың бер яғында “Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу” (“Преображение России”) Бөтөн Рәсәй йәмәғәт хәйриә ойошмаһының “Алланың данлығына! Кешенең именлегенә! Рәсәйҙең бөйөклөгөнә!” кеүек лозунгтары, “Рәсәйҙе беҙҙең менән бергә үҙгәрт!” тигән өндәмәләр яҙылған, сайты, телефоны, дәүләт теркәүенең һаны күрһәтелгән. Икенсе яғында мәғлүмәт хеҙмәтенең һәм консультанттың телефонын табырға мөмкин.
Ойошма наркотиктан һәм спиртлы эсемлектәрҙән арына алмағандарҙы реабилитациялауҙы, шулай уҡ төрмәнән сыҡҡан кешеләргә, һуғышта булғандарға, тормошта ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам вәғәҙә итә. “Һауыҡтырыу үҙәктәрендә кем күпме теләй, шунса була ала”, — тиеүҙәре иғтибарҙы айырыуса йәлеп итә. Тимәк, бәләгә тарығандар менән уларҙың яҡындары араһында бәйләнештең өҙөлөүе ихтимал. Бәлки, полиция хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләгән ҡайһы берәүҙәр Рәсәйҙе “үҙгәртеп ҡороу” менән шөғөлләнәлер?
Ойошма тураһында “Единая Россия. Башкортостан” гәзите (2011 йыл, 21 июль), телевидение аша хәбәрҙар инем. Үҙәге Кемерово өлкәһендә урынлашҡан, етәкселәре иҫәбендә илдең билдәле кешеләре бар. 2010 йылдың ноябрендә Рәсәйҙең Юғары суды һәм Юстиция министрлығы, “Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу” ойошмаһын законһыҙ эшмәкәрлектә ғәйепләп, уны ябыу тураһында ҡарар сығарған. Унда мөрәжәғәт иткән ҡайһы берәүҙәрҙең юғалыуы, ә кемдеңдер туҡмалып үлеүе асыҡланған. “Хәйриә” менән шөғөлләнеүселәр хәҙер Салауат ҡалаһында тамыр йәйергә тотонған.
Интернетта “Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу” ойошмаһы тураһында мәғлүмәт байтаҡ. Үҙәктәре, шәхси клиника тип аталған биналары төрлө ҡалала урынлашҡан. Дауаланыу өсөн 1 мең урын бар, тиҙәр. Кешеләр, сайтҡа инеп, хәйриә ойошмаһына баһа бирә. Берәүҙәр уны маҡтай, эшмәкәрлегенә шик белдереүселәр, ойошмалағы шарттарҙы ҡара төҫтәрҙә һүрәтләүселәр ҙә етерлек. “Әсәйем яңыраҡ шунда булып ҡайтты. Һауыҡтырыу үҙәктәрендә дауаламайҙар, ә төрмәләге һымаҡ, тормоштан, кешеләрҙән ситләштерәләр. Унда ҡайҙа барырға белмәгәндәр, аҡсалары булмағандар йәшәй. Ир-ат көндәр буйы ауыр эштә, ҡатын-ҡыҙ ашарға әҙерләү, баҡса утау, шунда тыуған балаларҙы ҡарау менән мәшғүл. Туҡланыу өсөн бөтәһенә бергә көнөнә 500 һум бирелә. Һөҙөмтә бөтөнләй юҡ. Әсәйем дүрт көндән артыҡ тора алманы”, — тип яҙған Катерина исемле ҡыҙ.
Михаил исемле кеше файҙалы кәңәш биргән. “Ауыр хәлгә юлыҡҡандарҙың яҡындары реабилитация үҙәктәренең теркәү документы менән танышһын. Һорау тыуһа, бәхәсләшмәй генә китеү яғын ҡарағыҙ, телефон номерын һәм үҙегеҙ тураһында мәғлүмәтте ҡалдырмағыҙ. Дини йүнәлештәге үҙәккә бармағыҙ, сөнки сектаға эләгеүегеҙ ихтимал. Хеҙмәт терапияһының булыу-булмауы, психолог ярҙамының нисек күрһәтелеүе, туғандар менән осрашыу мөмкинлеге, юридик килешеүҙең төҙөлөүе — барыһы ла мөһим”, — тигән ул.
Икенсе “үҙгәртеп ҡороусылар” — Башҡортостанда әүҙем эшмәкәрлек алып барған “Айыҡ Рәсәй” ойошмаһы хаҡында ла әйтке килә. Рәйесе, үҙен профессор-собриолог тип танытҡан Владимир Жданов республика етәкселәре менән осрашты, телевидениенан сығыш яһаны, район һәм ҡалаларҙа лекция уҡыны. Һуңынан ҡымыҙға ҡаршы сығып, профессорлығын раҫлап та ҡуйҙы.
Һүҙ юҡ, бөгөн дәүләт кенә түгел, төрлө фондтар, хәйриә ойошмалары ла мохтаждарға ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Тик тоҙаҡ ҡорорға маташыусыларҙан алыҫ тороу өсөн уяу булырға, яҡшыһын яманынан айыра белергә кәрәк.
Йәмил БУРАНҒОЛОВ.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад