Изге күңелле, мәрхәмәтле кешеләр күп беҙҙә. Улар араһында районыбыҙҙың Абдулла ауылынан Лоҡмановтар ғаиләһе лә бар. Сәриҙә менән Ғәзинур, үҙ балаларына күркәм тәрбиә биреү менән бер рәттән, мәрхүм туғанының ике улына йөрәк йылыһын өләшә.Ғаилә башлығы ошо ауылда ишле ғаиләлә тыуған.
– Бер ҡайҙа ла китмәй, изге еремдә ҡалдым, – ти ул. – Әсәйем Мөхсинә Ҡәүей ҡыҙы ла, тормошобоҙға ҡеүәт өҫтәп, төп нигеҙҙең ҡотон һаҡлап йәшәй. Шул ҡәҙәр яратам ауылымды! Тәбиғәт әҙәм балаһына күп нәмә бирә бит ул. Йәй – еләккә, көҙ бәшмәккә йөрөйбөҙ, “ҡорос ат”ым менән ер һөрәм, бесән ташыйым. Аҙбар тултырып мал да аҫрайбыҙ.
Сәриҙә Мәсләүи ҡыҙы иренең ифрат эшсән, ныҡышмал булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. Итәғәтле һәм оло йөрәкле лә ғаилә башлығы. Баҡыйлыҡҡа ваҡытһыҙ күскән ҡустыһы менән килененең улдары Рәмис менән Альбертты үҙ янына алып, бәғзе замандаштарына ҙур өлгө күрһәткән. Егеттәрҙең өлкәне хәҙер инде хәрби бурысын үтәй, бәләкәйе IX класта белем ала.
– Китап уҡырға яратам. Киләсәктә хәрби кеше булырға теләйем, – ти Альберт.
“Етемде ҡараған кеше йәннәткә эләгер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-береһен яратып, аңлашып ғүмер иткән, туғандарын яҙмыш ҡосағына ташламаған Сәриҙә менән Ғәзинурҙы Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан айырмаһын, иншаллаһ.