Бер сәғәткә — өләсәй11.12.2015
Башҡортостанда өләсәйҙәр өсөн уҡыу ойошторолдо. Улар даими хәстәрлеккә мохтаж булған инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтәсәк.
Сарала ҡатнашыуға Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты вәкилдәрен һайлап алдылар. Төп талаптарҙың береһе — юғары педагогик белемгә эйә булыу. Бер сәғәткә өләсәй булғандарға эш хаҡы түләнмәй. Әйткәндәй бындай хеҙмәт Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә киң таралған. Уның менән, нигеҙҙә, коммерция ойошмалары шөғөлләнә.