Һорауҙарығыҙ булһа…11.12.2015
Республиканың Мәғариф министрлығы Дөйөм Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнөндә ҡатнаша. Ведомствола (Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2) ул 14 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем барасаҡ.
Сараға килгәндә үҙегеҙ менән паспорт алыуығыҙ һорала. Был көндө министрлыҡта башҡа органдарҙың вәкәләтле кешеләренә элемтәнең төрлө ысулдарын файҙаланып мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр бәйләнеш булмаһа, һорауығыҙҙы бер аҙна эсендә тәғәйен кешегә еткереү мөмкинлеге лә бар.