Уңалмаҫ яра11.12.2015
Иртәгә көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфөләге “Каруанһарай” алдындағы майҙанда Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу сараһы уҙғарыла.
Республикабыҙҙан биш һалдаттың ғүмерен өҙгән фажиғә биш ай элек 12 июлдә булғайны. Унда 24 кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан Рөстәм Шәйхуллин, Рөстәм Йомағолов, Рәнис Алтынбаев, Вадим Нафиҡов һәм Фидан Мәмлиев һәләк булды. Ике хәрби хеҙмәткәр Рөстәм Нәбиев менән Владимир Петров Мәскәү дауаханаларына оҙатылды, Илнур Ҡыуандыҡов дауаланғандан һуң Мәскәү өлкәһендәге Ивановола хеҙмәтен дауам итә.
Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, Омскиҙа һәләк булған биш хәрбиҙең ғаиләләренә төбәк ҡаҙнаһынан 1-әр миллион һумлыҡ ярҙам бүленде, сәләмәтлегенә ҙур зыян килгән егеттәргә — 200-әр мең, ауыр яралары булмағандарға 100 мең һум аҡса түләнде.