Уйындан уймаҡ сыға09.12.2015
Ошо көндәрҙә Тәтешле район суды Пермь крайынан килгән 42 йәшлек ирҙе “телефон террорсылығында” ғәйепле тип таныны.

Асыҡланыуынса, былтыр сентябрҙә ир кеҫә телефонынан полицияға шылтыратып, район эске эштәр бүлеге бинаһы алдында тротил тултырылған ҡапсыҡ ятыуы хаҡында хәбәр иткән. Һөҙөмтәлә барлыҡ хеҙмәткәрҙәр һәм учреждениеға килгән кешеләр эвакуацияланған. Урынға “Ашығыс ярҙам”, хоҡуҡ һаҡлау органдары, авария-ҡотҡарыу хеҙмәте саҡырылған. Шартлатҡыс һалынған ҡапсыҡ хаҡындағы хәбәр ялған булып сыҡҡан, тротилды тапмағандар. Уның ҡарауы, тәртип һаҡсылары ялған мәғлүмәт таратыусыны бик тиҙ асыҡлаған.
Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, енәйәтсе ғәйебен тулыһынса таныған.
Әйткәндәй, ир әлегә тиклем дә кеше талаған өсөн суд хөкөмөнә тарттырылған булған. Яҡшы тәртибе өсөн ваҡытынан алда иреккә сығарылыу менән яңы енәйәт ҡылған. Теракт хаҡында ялған хәбәр өсөн ул бер йыл да ике айға иркенән мәхрүм ителгән.



Вернуться назад