Үрҙәр яулай Гүзәл09.12.2015
Башҡортостандан Гүзәл Иҫәнбаева “Абилимпикс Рәсәй-2015” һөнәри оҫталыҡ чемпионатында “Тегенсе” номинацияһында өсөнсө урын яуланы. Бәйге Мәскәү өлкәһендә уҙҙы.
Ноябрҙә Салауат ҡалаһында уҙған һайлап алыу ярышында Гүзәл бер юлы ике — “Тегенсе” һәм “В” категориялы автотранспорт йөрөтөү” номинацияларында икенсе һәм өсөнсө урын алғайны.
“Абилимпикс-Рәсәй 2015” һөнәри оҫталыҡ чемпионаты физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында ойошторолоп, унда 27 төбәктән 300 ҡатнашыусы йыйылған. Улар 30 йүнәлеш буйынса ярышҡан.
– Был бәйге бер кемдең дә мөмкинлектәре сикле булмауын күрһәтә. Дизайнерҙар, ашнаҡсылар, парикмахерҙар, иретеп йәбештереүселәр — барыһы ла йәмғиәттә үҙ урынын тапҡан, аяғында ныҡлы баҫып торған кешеләр, — тип билдәләне “Абилимпикс Рәсәй” ойошмаһы президенты Лидия Фролова.
Еңеүселәр киләһе йылдың мартында Францияның Бордо ҡалаһында үтәсәк “Абилимпикс” IX халыҡ-ара чемпионатында Рәсәй исеменән милли йыйылма команда составында сығыш яһаясаҡ.
Ярыштарҙан тыш, чемпионат мәлендә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең йәмғиәттә үҙ-ара аралашыуына, белем алыу мөмкинлегенә, эшкә урынлашыу мәсьәләһенә һәм хеҙмәтте һаҡлау үҙенсәлектәренә арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.



Вернуться назад