Бурыстар билдәләнде09.12.2015
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә бурыстарҙы билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенә етәкселек итә, Рәсәйҙең башҡарма власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә, Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә Хөкүмәт исеменән сығыш яһай, хөкүмәт-ара килешеүҙәр төҙөй.

Башҡортостан Хөкүмәте вәкәләттәре сиктәрендә республика Башлығы Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Рәсәйҙең Оборона министрлығы ойошмалары, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡаза эҙемтәһен бөтөрөү министрлығының республикалағы баш идаралығы, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең республика идаралығы, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль таможня хеҙмәтенең Башҡортостан таможняһы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы, Суд департаментының Башҡортостандағы идаралығы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарай. Төбәк Башлығы судтар һәм прокуратура органдары менән үҙ-ара килешеп эш итә, шулай уҡ Башҡортостан ҡануниәтендә билдәләнгән башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра. Бынан тыш, республика етәксеһенең бурыс­тары исемлегенә Башҡортостанда мобилизация әҙерлегенә һәм мобилизацияға етәкселек итеү өҫтәлде.




Вернуться назад