Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто һәм Өфө почтамты менән берлектә “Изгелек ағасы” шәфҡәтлелек акцияһы уҙғарҙы. Был йәһәттән республикабыҙҙың билдәле шәхестәре төрлө матбуғат баҫмаларын мәктәптәргә, балалар йорттарына яҙҙырҙы.“Рәсәй Почтаһы”ның Өфөләге бүлексәһендә уҙған акция сиктәрендә Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатов, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт эшмәкәре Фәнзил Санъяров Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортон “Ватандаш”, “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан ҡыҙы” баҫмалары менән ҡыуандырҙы. Был сараға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре — әҙибә Гөлнур Яҡупова менән шағирә Гүзәл Ситдиҡова ла ҡушылды.
Әйтәйек, Гүзәл Ситдиҡова үҙе лә “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрен алдыра, ә Ирек Кинйәбулатовтың яҡындарына ла матбуғат баҫмаларын даими яҙҙырып тороуы мәғлүм. Башҡорт интеллигенцияһының ысын йөҙө шулай булырға тейештер. Шул уҡ ваҡытта “халҡым” тип тамаҡ ярып, “башҡортмон” тип күкрәк ҡағып йөрөгән бәғзеләрҙең бер генә милли баҫманы алдырып уҡымауы аптырата. Ә бит милли интеллигенция – халыҡтың намыҫы, йәмғиәттәге күренештәргә һәр ваҡыт беренсе булып ҡарашын белдереүсе, башҡаларға юл күрһәтеүсе! Исемдәр есеменә тап килһен ине...
Гүзәл СИТДИҠОВА,
шағирә, тәржемәсе:– Мәктәптәрҙең финанс мөмкинлектәре сикләнгән, шуға күрә һәр уҡытыусы, уҡыусы ҡулына ла барлыҡ баҫмалар эләкмәй. Бигерәк тә ауыл ерендә был мәсьәлә ҡатмарлы. Әлеге аҙым шуға ла әһәмиәтле, мөһим булып тора.
Зәки ӘЛИБАЕВ,
тәнҡитсе, филология
фәндәре кандидаты:– Матбуғатты уның йүнәлешенә ҡарап таратырға кәрәк. Мәҫәлән, “Башҡортостан уҡытыусыһы” мәктәптәргә бик ҡулай булһа, “Башҡортостан” гәзите университеттар өсөн шәп. Уны әҙәбиәт дәресендә лә, тел буйынса ла ҡулланырға мөмкин, фәһем бирерҙәй фекерҙәрҙе төрлө яҡлап яҡтырта был баҫма. Кескәйҙәр иһә – “Аманат”ты, йәштәр “Шоңҡар”ҙы ҡыҙыҡһынып уҡый.