“Икенсе балабыҙ донъяға килгән осорҙа өлкән улыбыҙға 18 йәш тула. Әсәлек капиталы алыуға хоҡуҡтан файҙалана аламмы?
Н. БӘШИРОВА.”
“Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында” Законында быға кемдәрҙең хоҡуҡлы булыуы асыҡ әйтелгән. Рәсәй Федерацияһы гражданлығына эйә булыу — төп шарт, әммә кешенең ҡайҙа йәшәүе мөһим түгел.
2007 йылдың 1 ғинуарынан икенсе балаһын тапҡан (уллыҡҡа алған) ҡатындар әсәлек капиталын алыуға хоҡуҡлы. Элек бер тапҡыр ҙа дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларынан файҙаланмаған, 2007 йылдың 1 ғинуарынан алып өсөнсө йәки артабанғы балаһын тапҡан (уллыҡҡа алған) ҡатындар ҙа ошондай уҡ хоҡуҡҡа эйә.
Әсәлек капиталына ир-ат та дәғүә итә ала. Дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларынан элек файҙаланмағанда, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларҙың берҙән-бер уллыҡҡа алыусыһы булған осраҡта улар ҙа сертификат алыуға хоҡуҡлы. Тик уллыҡҡа биреү тураһындағы суд ҡарарының 2007 йылдың 1 ғинуарынан башлап закон көсөнә инеүе мотлаҡ.
Донъяла төрлө хәл була. Әгәр ҙә әсә вафат була ҡалһа (йәки ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә), бала шәхесенә ҡаршы енәйәт ҡылынһа, уллыҡҡа алыу ғәмәлдән сығарылһа, өҫтәмә яҡлау сараларына хоҡуҡ ҡатын-ҡыҙҙан баланың атаһына йәки уллыҡҡа алыусыға күсә. Дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларына хоҡуғы булмаған атайҙар һәм балаларҙың исемлеге лә Законда асыҡ күрһәтелгән, ә балаларҙың йәшенә ҡарата сикләү юҡ. Тимәк, икенсе балағыҙ тыуған ваҡытҡа өлкән улығыҙға нисә йәш тулыуға ҡарамаҫтан, һеҙ әсәлек капиталын алыуға хоҡуҡлыһығыҙ.