Иң-индәр08.12.2015
Александр Македонскийҙың Буцефал ҡушаматлы аты иң ҡыйыуы тип иҫәпләнә. Ул донъяла бер нәмәнән дә ҡурҡмаған, тиер инек, үҙ шәүләһенән генә өрккән.

* * *
Иң бәләкәй ат – Горбунок. Беҙ күпселектә Валерий Леонтьев башҡарған йыр буйынса белгән был ат өс ҡарыш ҡына бейек­лектә, ишәк кеүек оҙон ҡолаҡлы, йөнтәҫ итеп һүрәтләнә. Горбунок ҡушаматын раҫлау рәүешендә арҡаһында дөйәнеке һымаҡ үркәсе лә була уның. Күҙ алдына килтерәһегеҙме шундай өрәкте?

* * *
Иң ҡырағайы – Пржевальский аты. Хатта уны, беҙ ҡабул итеп өйрәнгән атҡа оҡшамағас, болан йә мышы кеүек ҡырағай хайуандар рәтенә индерергә булалыр.

* * *
Иң зыянлыһы – Олег кенәздең аты. Легенда буйынса, хужа әжәлен малынан таба, йәғни үлгән атының баш һөйәге эсендә ятҡан йылан кенәзде сағып үлтерә.

* * *
Иң мәкерлеһе – Троя аты. Әлбиттә, был осраҡта изге хайуанҡайҙың “ғәйебе” лә шул сама ғына булғандыр, ни тиһәң дә, ағастан яһалған ат эсенә шымсыларҙы ултыртыу һәр кешенең башына килмәҫ ине. Әммә тарихта мәкерле кеше­ләрҙең түгел, ә аттың яманаты ҡала.

* * *
Иң ябыҡ тип һаналғаны – Росинант ҡушаматлыһы. Сервантес яҙыуынса, Дон Кихот, атын ҡарап сыҡҡас, ошондай фекергә килә: “Ул дүрт аяғына ла аҡһай, өҫтөнә тире тарттырылған һөйәктәрҙән генә ғибәрәт”.

* * *
Иң сәйере – мушкетер Д’Ар­тань­яндың аты. Парижға тәүләп килеп ингәндә, атының был малҡайҙарға һис хас булмаған һары төҫөнә иғтибар итәләр. Көҙгө ҡайын япрағы төҫлө була ул.

* * *
Пониҙар күп тигәндә 54 йәшкә етә.

* * *
Иң вазифалы ат – Рим императоры Гай Калигуланыҡы. Ул яратҡан малҡайына – әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – сенатор дәрәжәһен биргән.
* * *
Иң шәп йүгереүсе булып липпиззалер тоҡомло Швейцария аты иҫәпләнә. Тиҙлеге – сәғәтенә 69,3 километр.

* * *
Иң ғәжәп ат – Айболит докторҙың Тянитолкайы. Ул ике башлы итеп һүрәтләнә. Ҡойроғо юҡ шикелле. Тик бына тояҡтары нисегерәк икән: дүртәүһе лә – алғы аяҡтармы?

* * *
Иң оҙаҡ йәшәгәне Англияла теркәлгән. Кливленд һәм көньяҡ тоҡомло бейә менән айғырҙы бергә ҡушыуҙан тыуған (1760 йылда) Билли ҡушаматлы ат 62 йәшкә етә. 1822 йылда үлгәс, уның баш һөйәген Манчестер музейына ҡуялар.

* * *
Иң ҙур ат 1802 йылда тыуған булған. Өлкән сағында ул 1358,5 кг тартҡан, оҙонлоғо 4 метр 82 сантиметрға еткән.

* * *
Иң көслөләренән йөк ташыусы майр тоҡомло аттар иҫәпләнә. Шундай ике ат 130,9 тонна ауырлыҡтағы йөктө урынынан ҡуҙғата алған.



Вернуться назад