Бик боронғо замандарҙан алып йылҡы малы хаҡында күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, бихисап мәғлүмәт йыйылған. Ат образы төрлө һындарҙа илаһилаштырылған: беҙҙең Аҡбуҙат менән шиғриәт символы булған Пегас үҙе ни тора! Улар юҡҡа ғына ҡанатлы итеп һүрәтләнмәй – бәйгелә сапҡан һыбайлылар ысынлап та ер өҫтөнән осоп ҡына барғандай. Бөгөнгө һүҙебеҙ Аҡбуҙат тураһында. Башҡорт халҡында аҡ атты күк тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер кешеләр хатта: “Юҡ ул аҡ төҫ, аттар күк төҫлө генә була!” – тип иҫбатларға ла керешә. Йәнәһе, күк төҫ ул – асыҡ һоро төҫтөң бер төҫсәһе, сағыу һоро тиергә мөмкин. Уның да айырымлыҡтары бар әле, мәҫәлән, тимеркүк. Ҡайһы бер яҡтарҙа уны аҡ сал тип тә әйтәләр (хәтерләһәгеҙ, Мостай Кәримдең “Аҡсал” тигән хикәйәһе бар). Үтә ныҡ ҡартайғас салланған аттар ҙа була. Ысынлап та, ҡайҙан килеп сыҡҡан буҙ, аҡ буҙ, күк, күк буҙ тигән төшөнсәләр? Ни өсөн аҡ төҫ аттар араһында юҡ, тиҙәр? Күргәнебеҙ бар ҙа инде. Әйтергә кәрәк, бөтөнләй пигменты булмаған, йәғни 100 процентҡа альбинос аттар йылҡы малы араһында осрамай. Ундайҙар, әгәр булһа, ҡыҙыл күҙле булыр ине.
Фәндә “доминантная белая” тип аталған ысын аҡ төҫ аттар араһында бик һирәк осрай. Бәлки, шуға ла башҡорттарҙа мифик образға әүерелгән Аҡбуҙатҡа аҡ төҫ бирелгәндер. Әммә ундай төҫ бар. Ысын аҡты салдан йә күктән тиреһенең төҫө буйынса айырырға мөмкин. Йөнөн айырып ҡараһаң, күк аттарҙың тиреһе һоро төҫтә икәнен күрергә була. Ә аҡ аттың тиреһе ҡыҙғылт төҫтә буласаҡ, әммә, альбиностан айырмалы, күҙе һоро булыр. Күк ат ҡолон сағында төрлө төҫтә булып (ҡола, туры, саптар, ерән һ. б.), үҫә килә саллана бара һәм ысын булмаған аҡҡа, йәғни күк төҫкә әйләнә. Фәндә билдәләнгәнсә, күк аттың йөн ҡатламы төрлө-төрлө төҫтәге ҡылдар ҡатнашынан хасил тигәнде аңлата һәм уның ҡиәфәте ҡайһы төҫтөң өҫтөнлөк итеүенә бәйле. Ә бына аҡ ат тыумыштан уҡ ап-аҡ була!