Әйтемдәр08.12.2015
Төҫтәренә ҡарап, дөйөм бер ҡағиҙәгә буйһонмаһа ла, аттарҙың фиғел-холҡон бер йүнәлешкә һалырға тырышҡандар борон. Был түбәндәге әйтемдәрҙә асыҡ сағыла:
lТуры. Туры турһыҡ тотмаҫ, туҫтаҡҡа төшөр. Йәғни ҡыҙыу, турһығың да эйәрҙән өҙөлөп төшөп ҡалыр. Һыуға төшөрһөң, йәнәһе.
lҠара. Ҡараға ҡот бир. Тимәк, китәсәк тә китәсәк.
lЕрән. Ерәнгә ер әҙ. Сап та сап...
lҺары. Һарыла барһаң, һарһылтып бар. Бик ҡыҙыу түгел, йырлап барырлыҡ.
lҠола. Ҡола ҡолатмаҫ. Тимәк, ҡабаланмаҫ, һөрөнмәҫ, юҡ-барға өркмәҫ.
lКүк. Күкте үп, ярат. Тимәк, наҙлы, иркә.
lБурыл. Бурылды бүре алмаҫ. Йылғыр, һиҙгер мәғәнәһендә.
lСаптар. Саптар бар – ат бар.
lКөрән. Көрән барҙа көрәк кәрәкмәҫ. Йәғни күберәк эш аты. Ер эшкәртеүгә ҡулай.