Даны быуаттар артылыр08.12.2015
Ҡымыҙ бешеү күсмә халыҡтарҙа борондан булған, әммә ул сер итеп һаҡланған. Сит-ят кеше ҡымыҙҙың нисек яһалыуын белеп ҡалмаһын, тип хәүефләнгәндәр.
Ҡымыҙҙы әсетеү һәм уның кеше организмына шифалы тәьҫире хаҡында тәү тапҡыр 1253 йылда француз сәйәхәтсеһе Вильгельм Рубрикиус яҙып ҡалдырған. Һуңынан итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло (1254 –1323) был эсемлекте “аҡ шарап” менән сағыштырған.
Рәсәйҙә ҡымыҙ тәүге тапҡыр Ипатовтың йылъяҙмаларында телгә алына. Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирлектә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп иҫереп йоҡлап киткәс, ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хандың кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына.
Урыҫ сәйәхәтсеһе Паллас 1770 йылда: “Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыҡҡа уның файҙаһы бик ҙур”, – тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һәм башҡалар үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Ҡымыҙҙы пропагандалаған инглиз Дж. Каррик хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайтҡан.
“Ҡымыҙ һәр ваҡыт уға ярҙам итте. Атайым башҡорт тирмәһендә Робинзон тормошо алып барыуы тураһында ҡыуанып һөйләй торғайны. Ул ҡымыҙ яратты һәм күпләп эсте... Башҡорт тағы ла һала, тағы ла... Йыш ҡына бер ултырыуҙа һигеҙәр кәсә йә унан да күберәк эсә ала ине”, – тип яҙа Л. Толстойҙың улы.
Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй шифаханалар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда “Андреевский” тигәне асыла.
Бөгөн Башҡортостан – ҡымыҙ менән дауалау үҙәге. “Шафран”, “Йоматау”, “Әлкә”, “Глуховская”, Чехов, Аксаков исемендәге шифаханалар бар. Һуңғы йылдарҙа милли эсемлек етештереүгә айырым хужалыҡтар, ғаиләләр ҙә тотондо. Тимәк, ҡымыҙҙың киләсәге, үткәне һымаҡ уҡ, быуаттар артылыр...